

Даими диспансеризация үткән һәм ГТО нормативтарын үтәгән граждандар һалым ташламаларына иҫәп тота ала. Владимир Путин тейешле йөкләмә бирҙе. 2025 йылдың апрелендә хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә йомғаҡтары буйынса дәүләт башлығының йөкләмәләр исемлеге Кремль сайтында баҫылған.
Элек бындай ташламалар һаулығын һәм көсөн тикшергәндәргә ҡаралған, әммә шул уҡ ваҡытта кешеләр өс йылға бер тапҡыр диспансеризация үткән, Ә ГТО нормаларын улар йыл һайын тапшырған. Шулай итеп, түләм алыу өсөн диспансерлаштырыу ҙа, ГТО тапшырыу ҙа бер йылға тура килергә тейеш була. Хәҙер һалым түләүселәргә ташламалар йыл һайын бирелә.
Бынан тыш, президент һалым түләүсегә ҡатынына йәки ата-әсәһенә күрһәтелгән физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә түләү менән бәйле НДФЛ буйынса социаль һалым кәметмәһен биреү тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.