Йәмғиәт
22 Май 2025, 02:35

Башҡортостан китап нәшриәте буйынса алдынғы

2024 йылда республиканың дәүләт телдәрен һәм халыҡтар телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү программаһы сиктәрендә Башҡортостанда дөйөм тиражы 561 мең дана булған 79 уҡыу баҫмаһы һәм 62 әҙәби әҫәр сығарылған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан китап нәшриәте буйынса алдынғыБашҡортостан китап нәшриәте буйынса алдынғы
Башҡортостан китап нәшриәте буйынса алдынғы

Китаптар сығарыу менән Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте шөғөлләнә. Ул Рәсәйҙә милли китап нәшриәте буйынса лидерҙар иҫәбендә. Башҡорт әҙәбиәте, нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәрен сығарыу тиражы башҡорт, рус, татар, инглиз һәм ҡытай телдәрендә  68,5 мең дана тәшкил иткән. Шулай уҡ, республикала балалар әҙәбиәтен сығарыуға ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын башҡорт, рус, татар, инглиз һәм башҡа телдәрҙә дөйөм тиражы 19 мең дана булған 20-25 баҫма донъя күрә. Яңы продукттарҙан - «Бишек йырҙары» аудиопроектын билдәләргә кәрәк, унда республикала билдәле эстрада артистары башҡорт халыҡ йырҙарын яңғырата.

      Мөнир Ҡунафиндың «Үҙ күҙҙәрем менән " тигән китабы әле барғанмахсус операцияға бағышланған.Авторҙың тағы бер китабы «Мин һуғыштан тере килеш сыҡтым» тигәне, тиҙҙән һатыуға сығасаҡ.Былтыр маркетплейстарғасығыу арҡаһында8 меңдән ашыу китап Башҡортостандың бөтә ҡала-райондарына, 6 меңе – Рәсәйҙең 81 төбәгенә, ә 390 китап Беларус, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан кеүек күрше илдәргә ебәрелгән.  2024йылда бөтәһе 79,4 мең дана китап һатылған, был 2023 йылға ҡарағанда 6,1 процентҡа күберәк.

Әйткәндәй, 2023 йылдан алып Өфөлә уҙғарылған «Китап-байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе, нәшриәттәр араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең мөһим ҡоралы һәм китаптарҙы һатыу өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булып тора.

Быйыл ул өсөнсө тапҡыр 30 майҙан 1 июнгә тиклем үтәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас