

Ҡайҙан күпме аҡса килә?
2024 йылда Әбйәлил районы 6,3 миллиард һумлыҡ продукция оҙатҡан. Төп өлөшө 42% йәки 2,6 млрд һумы 2021 йылда асылған “Цемикс” ҡоро ҡатнашмалар заводына тура килә. Район иҡтисадына индергән өлөшө буйынса икенсе урында (21,5% йәки 1,4 млрд һум) Магнитогорск металлургия комбинатына ҡараған “Юбилейный” шифаханаһы тора. “ Красная Башкирия” ЯСЙ-һы былтыр 712 миллион продукция биргән (райондың дөйөм күләмендә 11,4 процент). Тағы бер ҙур туристик объект - «Березка» ял йорто иҫәбенә 221 миллион һум йәки 3,5 процент тура килә.
Тармаҡтар буйынса ҡараһаҡ: сәнәғәт (район буйынса оҙатылған продукцияның дөйөм күләменән 43,2 процент) төп урынды биләй, артабан һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр, шул иҫәптән шифаханалар (26,4 процент), ауыл хужалығы (11,4 процент) һәм ҡунаҡханалар һәм ресторандар (10,5 процент) килә.
"Әбйәлил - ауыл хужалығы районы, - ти иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, РФ Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре Виталий Печаткин. - Был тармаҡ тәбиғәт-климат шарттарына бәйле, был районға йылдан-йыл етештереү үҫешендә финанс һөҙөмтәләренең үҫешендә динамғай динамикаға килтермәне. Был йәһәттән районда яңы төҙөлгән цемент предприятиеһы иғтибарға лайыҡ: 9 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынды, 220 эш урыны булдырҙы. Һуңғы 5 йылда райондың сәнәғәт производствоһының 20 тапҡыр үҫешенә лә нәҡ ошо предприятиеһы булышлыҡ итте. Был заманса завод, ул район экологияһына насар йоғонто яһамай.
Район бюджеты Башҡортостан Республикаһы бюджетынан үҙ килемдәрҙән һәм кире ҡайтарыуһыҙ бирелгән керемдәрҙән төҙөлә. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Өфөнән башҡа республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла дотациялы. 2024 йылда Әбйәлил районының тупланма бюджетының 2,3 миллиард һумлыҡ килеменең 36,4 процентын үҙ һалым һәм һалым булмаған килемдәр тәшкил иткән. Килемдең дүрттән бер өлөшөнән кәмерәге (24%) туристик өлкәнән килгән.
Күреүебеҙсә, район иҡтисады туризмға ныҡ бәйле тип әйтергә иртәрәк. Өҫтәүенә,, бюджеттың өстән ике өлөшө тиерлек «Өфөнән» трансферҙар менән формалашҡан шарттарҙа йәшәү кимәленең баш ҡаланан килгән килемгә тулыһынса бәйлелеген танырға кәрәк.
Тотороҡло килем сығанаҡтары булһа, биләмәне төҙөкләндереү, социаль объекттар төҙөү, яңыртыу тураһында ҡарарҙарҙы ҡыйыу ҡабул итергә мөмкинлек бирер ине. Социаль объекттарҙың күпселеге, шул курорт зонаһында ла, яңыртыуға мохтаж.
Туризм биләмәнең үҫешенә булышлыҡ итә аламы?
Яҡтыгүл курорт зонаһына йыл һайын 70-100 мең турист килә, уларҙың яҡынса 70проценты сит төбәктәрҙән. Ғәмәлдә был һандың ҙурыраҡ булыуы мөмкинла ихтимал, сөнки ял итеүселәр урынлашҡан бөтә объекттар ҙа мәғлүмәт бирмәй. Һандар, башлыса, ҙур шифаханалар һәм ял йорттары мәғлүмәттәренән сығып төҙөлә. Былар - «Яҡтыгүл» (210 койка-урын) һәм «Юбилейный» (830) шифаханалары, «Березка» ял йорто (450) һәм тағы ла 50-нән ашыу ял йорто, ҡунаҡхана һәм пансионат.
Йыл һайын 200 меңдән ашыу турист «Металлург - Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәгенә килә. Башҡортостан биләмәһендәге гондоль күтәргесе менән берҙән-бер тау саңғыһы булған үҙәктә 10 километр оҙонлоҡтағы 7 трасса бар, унда халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәрелеүе мөмкин. Төнъяҡ Үләнде күле янындағы «Динопарк»ка ла халыҡ күпләп ағыла.
Бөтә был объекттар Яҡтыгүлгә яҡын урынлашҡан. Ошо тирәнән 20 саҡрым тирәһе китһәң, ҡунаҡханалар ҙа, кафелар ҙа юҡ. Ҡыш һәм йәй бында аяҡ баҫыр урын булмаһа, яҙ һәм көҙ һиллек күҙәтелә.
Курорт зонаһынан ситтә туробъекттар төҙөү планда ғына әлегә.
Эшһеҙлек хаҡында
Яҡтыгүл курорт зонаһына ҡараған Ташбулат ауыл биләмәһендә 2025 йыл башына мәшғүллек үҙәгендә 33 вакансияға ни бары 3 кеше иҫәптә торған. Райондың башҡа ауылдары хаҡында быны әйтеп булмай. Әйткәндәй, рәсми теркәлгән эшһеҙлек күләме ҙур түгел – 0,45 процент тирәһе. Әбйәлилдәр пособиеға йәшәргә күнекмәгән: вахталарҙа эшләйҙәр, хужалыҡ менән шөғөлләнәләр.
Курорт зонаһында эшкә медицина хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәтләндереүсе персонал, төҙөүселәр, сантехниктар, ашнаҡсылар, һатыусылар талап ителә. 2024 йылда туризмда уртаса эш хаҡы, хакимиәт мәғлүмәттәре буйынса, 46,5 мең һум тәшкил иткән, был район буйынса уртаса эш хаҡынан түбәнерәк (яҡынса 52 мең һум).
«2024 йылда Әбйәлил районында уртаса эш хаҡы һиҙелерлек күтәрелһә лә, Башстат мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың 9 айында эре һәм урта предприятиелар буйынса уның уртаса айлыҡ эш хаҡы кимәле 51 мең һум тәшкил иткән, был ҡайһы бер көньяҡ-көнсығыш муниципалитеттар кимәленән өстән бер өлөшкә кәмерәк, мәҫәлән, эре сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан Хәйбуллала һәм Учалыла 74 мең һум самаһы», - тип аңлатма бирә профессор, иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов.
Районға инвесторҙар кәрәк
Туристар Мауыҙҙы буйында ҡыҙынған арала, районға ҙур инвесторҙар күҙ һала. Ауыл хужалығын, туризмды, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса пландар бар, әммә барыһы ла был тармаҡтарҙың бик көсһөҙ булыуын аңлай. Район йыш ҡоролоҡҡа дусар була, ә ҡыштарын – түҙеп торғоһоҙ һыуыҡтар булыуы бар. Һауа торошона бәйле булған аграр сектор һәм туризм өсөн район бик уңайлы түгел. Бынан тыш, туризмда, шәхси инвесторҙар уны үҫтерергә нисек кенә тырышмаһын, күп нәмә дәүләт бюджетына бәйле. Таҙартыу ҡоролмалары проблемаһы киҫкен тора, ә был – һыу ятҡылыҡтарының экологияһына һәм йәлеп итеүсәнлегенә йоғонто яһаусы төп фактор. Иҡтисад үҫеше өсөн ышаныслы этәргес кәрәк.
"Иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына үҫешеү мөмкинлеге бирергә кәрәк – улар бер-береһенә ҡамасауларға тейеш түгел. Сәнәғәт, туризм һәм экология өсөн берҙәй үҫешергә тейеш. Әбйәлилдең туристик тармағына күп миллиардлы инвестициялар индерелһә, бәлки, районды ошо юҫыҡта үҫтерә алыр инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай аҡса юҡ, район дотациялы булып ҡала. Шуға күрә, курорт зонаһы тарихын, экологияны мотлаҡ иҫәпкә алып, сәнәғәт өлкәһенә иғтибар итергә кәрәк. Миҫалға Хәйбулла районын килтерергә мөмкин: һуңғы 5 йылда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар йыл һайын 20 миллиард һум самаһы инвестициялаған. Был предприятиеларҙан йылына 4 миллиард һум төрлө кимәлдәге һалымдар ингән, өҫтәмә рәүештә 100 миллион һум хәйриә эштәренә бүленә», - ти «Яҡтыгүл» шифаханаһының элекке директоры, Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт Комитетының экс-рәйесе Салауат Нафиҡов.
"Әбйәлил районының социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү өсөн өмөтлө предприятиелар төҙөү, шулай уҡ быға тиклем алып барпылған ауыл хужалығы, туризм өлкәләрен үҫтереү зарур. Был инфраструктураға ыңғай йоғонто яһаясаҡ: ҡунаҡханалар, ял базалары, кемпингтар, юлдар төҙөләсәк, халыҡ художество кәсебен үҫтереү мөмкинлектәре файҙаланыласаҡ, балды һауыттарға тултырыу, һөт продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк», - тип иҫәпләй Виталий Печаткин.
“Бында район инфраструктураһына ҙур инвестицияларһыҙ булмай.Әбйәлилде тотороҡло үҫтереүгә йүнәлтелгән, иҡтисадтың, социаль өлкәнең һәм биләмәнең экологик именлеген күҙ уңында тотҡан грамоталы инвестиция ҡарары кәрәк», - тип йомғаҡланы Рөстәм Ахунов.