Йәмғиәт
26 Май 2025, 06:46

Етди һорауҙар күтәрелде

Ҡырҙас ауылында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән осрашыу-пре-зентация үтте.

Етди һорауҙар күтәрелдеЕтди һорауҙар күтәрелде
Етди һорауҙар күтәрелде

Ауыл халҡына баҡыр сығарыу тураһында фильм күрһәткәндән һуң «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев инвестиция проекты менән ентекле таныштырҙы.
2019 йылда геологик разведкалауға дәүләт лицензияһын алған «Салауат» ЯСЙ-һы ятҡылыҡта 1 миллион тонна самаһы баҡыр запасын күҙаллай. Геологик өйрәнеүҙе тамамлау һәм проектты әҙерләү 2027 йылға планлаштырылған, шунан һуң йәмәғәт тыңлауҙары һәм дәүләт экспертизалары үткәреләсәк. «Салауат» йәмғиәте директоры тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү тураһында ҡарар әлегә ҡабул ителмәгән тип белдерҙе. Компания файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға етерлек ресурстар һәм проекттың иҡтисади яҡтан отошло булыуы раҫланғандан һуң ғына төҙөлөшкә тотонорға ниәтләй.
Йылына 10 миллион тонна мәғдән етештереүгә һәләтле предприятие иң юғары технологиялар буйынса төҙөләсәк һәм заманса экологик талаптарға ярашлы буласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу осоронда төрлө кимәлдәге бюджеттарға һалым түләүҙәре 26 миллиард һум тәшкил итәсәк. Таһир Бәхтегәрәев инфраструктураны үҫтереүгә инвестициялар йүнәлтеләсәген вәғәҙә итеп, муниципалитет менән социаль партнерлыҡҡа әҙерлеген белдерҙе. Комбинат 1500 эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота һәм унда урындағы халыҡ эшләйәсәк, юғары хеҙмәт хаҡы аласаҡ. Шулай уҡ теләгән һәр кемде профилле юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарында кәрәкле һөнәрҙәр буйынса уҡытырға әҙерҙәр.
Ҡырҙас халҡы үҙҙәренең йәшәгән ере, эсер һыуы, таҙа һауа өсөн хәүефләнеүен әйтте. Сығыш яһағандар бөтәһе лә ҡаршы булыуын белдерҙе, районда быға тиклем ҡаҙылған карьерҙарға рекультивация яһалмауы хаҡында һөйләне. «Ниндәй матур вәғәҙәләр бирһәгеҙ ҙә, беҙгә карьер ҙа, эш урындары ла кәрәкмәй. Әллә күпме кешене эсер һыу менән тәьмин иткән Ҡыҙыл йылғаһының бысраныуына юл ҡуймаясаҡбыҙ. Ҡырҡты тауы, ундағы һирәк осраған үҫемлектәр хәүеф аҫтында. Үҙенсәлекле тәбиғәтебеҙ килер быуындарға шул килеш ҡалһын. Карьер район халҡын эш менән тәьмин иткән беҙҙең курорт төбәгенә зарар килтерәсәк. Илдә башҡа урындарҙа байыраҡ баҡыр ятҡылыҡтары бар, шунда эшләгеҙ. Әбйәлилдең матур тәбиғәтенә теймәгеҙ», — йыйылышта ҡатнашыусылар шундай фекерҙәр яҡлы булды.
Йыйылышта ҡатнашҡан РМК вәкиле Алексей Воробьев та компанияның бөтә экологик талаптарҙы күҙәтеп эшләүен әйтте. Таһир Тимербай улы һорауҙарға яуап биреп, халыҡтың карьер һәм комбинаттың тәбиғәткә зыян килтерәсәгенә борсолоуҙары урынһыҙ булыуын аңлатты. Заманса технологиялар производствоның тәбиғәткә йоғонтоһон кәметергә мөмкинлек бирә, һауа һәм һыуҙың таҙалығы даими рәүештә тикшереләсәк. Тау-байыҡтырыу комбинаты һыу менән тәьмин итеүҙең ябыҡ циклын ҡулланасаҡ, бөтә эштәр тамамланғандан һуң, ерҙәр рекультивацияланасаҡ.
— Мин 20 йыл тау сәнәғәте тармағында эшләйем. Тәүҙә Сибайҙа, унда карьер ябылғас, дүрт йыл элек Томинск тау-байыҡтырыу комбинатында эш башланым. Мин бында бер ҡасан да күрмәгән юғары технологиялы предприятиела тәжрибә тупланым. Ятҡылыҡта запастар раҫланһа, беҙ тағы ла яҡшыраҡ итеп комбинат төҙөйәсәкбеҙ, сөнки компанияның сәйәсәте шундай. Әммә әле төҙөлөш тураһында һүҙ бармай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Таһир Бәхтегәрәев. — Тағы берҙе ҡабатлайым, иң тәүҙә баҡыр мәғдәне майҙансығында геологик тикшеренеүҙәр үткәрәсәкбеҙ. Унда күпме баҡыр мәғдәне бар, уны эшкәртеү өсөн ниндәй алымдар ҡулланыласағы, ер ҡатламының рельефын тулыһынса өйрәнмәй тороп, бер ниндәй ҡарар ҡабул итә алмайбыҙ. Комбинат төҙөлөрмө, төҙөлмәҫме, уныһын да аныҡ әйтеп булмай. Шуға күрә, беҙ әлегә урындағы халыҡтың фекерҙәрен тыңлайбыҙ, уларҙың тәҡдимдәрен өйрәнәбеҙ һәм тәбиғәткә, Ҡырҡты тауҙарына, Ҡыҙыл йылғаһына зыян килтермәй, геологик разведка эштәрен атҡарырға иҫәп тотабыҙ.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас