

Имеш-мимештәргә юл ҡуймау өсөн күҙмә-күҙ аңлашыу мөһим. Ике яҡлы фекер алышыу, һорауҙарға яуап биреү буйынса «Салауат» ЯСЙ-һы вәкилдәре менән сираттағы осрашыуы район үҙәгендә уҙҙы.
ЯСЙ директоры Таһир Бәхтегәрәев йыйылыусылар алдында проект презентацияһы менән сығыш яһаны. Халыҡ иғтибарына Рус баҡыр компанияһының Силәбе өлкәһендәге Томинск ГОК-ынын төшөрөлгән видесюжет та күрһәтелде.
— Беҙҙең предприятие Волга буйы округы буйынса федераль департаменттан бирелгән лицензияға эйә. Уның маҡсатлы тәғәйенләнеше — лицензия алынған майҙанда файҙалы ҡаҙылмалар байлығына разведка яһау, геологик өйрәнеү. Эҙләү-баһалау эштәре прогнозланған мәғдән запасы күләмен асыҡлаған осраҡта ғына бында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөләсәк, — тине Таһир Тимербай улы.
Экологик хәүефһеҙлек өлкәһе бу-йынса белгес, «Салауат» ЯСЙ-һы партнёры Алексей Воробьёв предприя-тие эшләгән осорҙоң бөтә этаптарында ла зыян күргән ерҙәрҙе тергеҙеү башҡарыласаҡ, тип ышандырҙы. Геологоразведканан һуң проект документацияһы әҙерләнә һәм ул ике төрлө экспертиза аша үтә. Шуларҙың береһе — дәүләт экологик тикшереүе. Экспертиза эҙемтәһен алғандан һуң ғына проект тормошҡа ашырыла. Предприятие был майҙанда эшен тамамлағандан һуң, рекультивация башҡарыла: карьер урынында яңы һыу объекты барлыҡҡа киләсәк, ә комбинат нигеҙенә тиклем һүтеп алынып яңынан йәшел үҫентеләр ултыртыласаҡ, урман тергеҙеләсәк.
Артабан осрашыу һорау-яуап форматында дауам итте.
Урындағы халыҡты экологик хәүеф борсой. Иң беренсе булып һүҙ алған ағай бер нисә һорау бирҙе. Буласаҡ комбинаттың Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғаларының инеш башынан ниндәй алыҫлыҡта булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Баҡырүҙәк ауылы урынында «үле» һыу менән катлован ҡалыуы миҫалында мәғдән ҡаҙыусыларға тулы ышаныс булмауын белдерҙе һәм халыҡҡа эш вәғәҙәләп район биләмәһендә төҙөлгән цемент заводында әбйәлилдәргә ҡарауылсы, урам һепереүселәрҙән башҡа урын табылмауынан сығып, яңы ГОК-та кадрҙар мәсьәләһе нисек хәл ителәсәген һораны.
«Оло Ҡыҙыл йылғаһы сығанағы яҡыныраҡ. Кесе Ҡыҙыл байтаҡ ситтә. Әммә закон менән билдәләнгән һыу һаҡлау зонаһы бар — 200 метр. Беҙ унан үтергә тейеш түгелбеҙ, — тине Таһир Бәхтегәрәев. — Баҡырүҙәк карьерына, аталған заводҡа бер ниндәй ҙә мөнәсәбәтебеҙ юҡ. Әммә, үҙебеҙгә ҡайтып ышаныслы әйтәм, баштан уҡ һәр этапта рекультивация башҡарыласаҡ, шартлатылған урындар тупраҡ менән ҡапланып йәшелләндереләсәк. Урындан кадрҙар әҙерләүгә ыңғай ҡараштабыҙ. Был тәңгәлдә эш башланыҡ: бер нисә мәктәптә сығарылыш класс уҡыусылары менән осраштыҡ. Әгәр тау һөнәрҙәрен үҙләштерергә, артабан ошо тармаҡта эшләргә теләүселәр булһа, беҙ ул уҡыусыларҙы маҡсатлы уҡытырға әҙербеҙ. Эшселәр буйынса: районда вакансиялар йәрминкәһе уҙғарҙыҡ, һөҙөмтәлә бөгөн Әбйәлилдән 10 кеше Томинск ГОК-ында эшләп йөрөй. Бында комбинат төҙөһәк, улар тыуған районына эшкә ҡайтасаҡ».
Сираттағы сығыш яһаусының ғаиләһе 60-сы йылдарҙа Салауат-совхоз утарында йәшәгән һәм шул осорҙа мәрхүм булған туғаны ошонда ерләнгән. Комбинат биләмәһендә ҡаласаҡ зыярат менән ни булыр тигән борсолоу белдерҙе ул. Яуап биреүсе яҡ Томинск ГОК-ы янында зыярат булыуын телгә алып, бындағы зыярат та проект ҡарарҙарына индереләсәк тине.
Оло йәштәге хеҙмәт ветеранының һорауҙары бик күп ине. Тәү сиратта, буласаҡ карьерҙың диаметры, тәрәнлеге менән ҡыҙыҡһынды һәм быға запастарға разведка яһамайынса, мәғдәндең ниндәй тәрәнлектә ятыуын аныҡламайынса параметрҙарҙы билдәләп булмай, тигән яуап алды.
«Комбинат өсөн һыуҙы ҡайҙан алаһығыҙ, Ҡыҙыл йылғаһы ҡорормо?» — сираттағы һорауға Таһир Бәхтегәрәев: «Бының булыуы мөмкин түгел. Тәбиғәттән билдәле булыуынса, бөтә йылғалар ҙа үҙәне дауамындағы ҡушылдыҡтары, ямғыр, ҡар һыуҙары иҫәбенә мул һыулыға әйләнә, киңәйә. Ә бында бәләкәй генә инеш башы һыу һаҡлау зонаһына инә. Ҡыҙыл йәшәйәсәк!» — тип яуапланы.
«Һеҙ тик баҡыр рудаһын ҡаҙаһығыҙмы? Беҙҙең төбәктең башҡа мәғдәндәргә лә бик бай булыуы билдәле. Артабан Ҡырҡтыны буйынан-буйына соҡоп сыҡмаҫһығыҙ тип кем әйтә ала?»
— Лицензиябыҙ, эйе, баҡырға ғына. Һәм беҙгә лицензияла күрһәтелгән участканың сиктәренән сығыу хоҡуғы бирелмәгән. Әммә геологоразведка барышында әлеге ерлек бөтә Менделеев таблицаһына тикшереләсәк. Баҡыр менән бергә алтын һәм көмөш компоненттары ла осрай. Сәнәғәттә ҡиммәткә эйә булған металдар, әлбиттә, дәүләт комиссияһы тарафынан дәүләт балансы иҫәбенә ҡуйыласаҡ, — тине «Салауат» ЯСЙ-һы директоры.
«Баҡыр купоросы — зарарлы матдә», — тип уның зыяны тураһында ла белеште һорау биреүсе. Алексей Андреевич: «Баҡыр купоросы менән баҡыр концентраты икеһе ике нәмә, уның зыяны юҡ», — тип асыҡлыҡ индерҙе.
«Шулай ҙа шик бар. Тау-ташты аҡтарып ташлап китмәйбеҙ, атмосфераның, һыуҙың бысраныуы халыҡ сәлә-мәтлегенә насар йоғонто яһамаясаҡ тип гарантия бирә алаһығыҙмы? Юғиһә, эргәләге Магнитогорск — иң бысраҡ ҡалалар рәтендә. Халыҡ араһында яман шеш ауырыуҙары күп. Ярай, беҙгә ул тарафтан ел ыңғай түгел...»
— Ошондай икеле һорауҙар ҡалмаһын өсөн беҙ халыҡҡа асыҡтан-асыҡ нисек хужалыҡ итеүебеҙҙе, партнёрҙарыбыҙ менән бергә юғары технологиялы, тирә-яҡ мөхиткә минималь йоғонто яһаған экологик предприятиелар төҙөй белеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ, — тип яуапланы Таһир Бәхтегәрәев.
Артабан һүҙ алыусы киләсәктә карьер урынында хасил буласаҡ һыу объекты менән ҡыҙыҡһынды. Күл «үле» булмаясаҡмы, ғөмүмән, тәбиғи процестарҙы кире тергеҙеүгә, һыуҙың химик составын тикшереүгә ниндәй иғтибар бүленәсәк?
Алексей Воробьёв карьер урынын рекультивациялау проекты төп проект составында хәҙерҙән эшләнә, был проектта мониторинг ваҡыты һәм әйләнә-тирә мөхит компонеттары күрһәтеләсәк һәм рекультивация башҡарылғандан һуң да күҙәтеү алып барыласаҡ, кәрәк булһа, талап итһәләр, 100 йыл дауамында ла, тип яуапланы. Быға өҫтәп Таһир Тимербай улы элекке карьер урындарында төҙөлгән ял итеү урындарын миҫалға килтерҙе: Тальков Камень (Свердлов өлкәһе), Брянск карьерҙары һәм башҡалар.
Хаҡлы ялдағы уҡытыусы институттың география факультетында уҡығанында йәшерен тау тоҡомдарының радиация биреүе тураһында алған белемен иҫкә төшөрҙө һәм төбәктә былай ҙа радиация фоны юғары тип белдерҙе. Шулай уҡ ул ни өсөн тикшеренеүҙәргә Өфөнән геолог-белгестәр йәлеп ителмәүенә борсолдо. Яуап биреүселәр биләмәлә радиация фонына уҙғарылған тикшереү уның норманан артмауын күрһәтеүен хәбәр итте һәм ятҡылыҡты эшкәрткәндә лә радиация хәүефе булмаясаҡ, сөнки эш процесында радиактив реагенттар, матдәләр ҡулланылмай, тип ышандырҙы. Әйткәндәй, тәүге осрашыуҙа Өфө фән һәм технологиялар университетынан кафедра мөдире В. Н. Никонов ҡатнашҡан һәм халыҡҡа әлеге урында радиация булмауын еткергән. Үрҙә әйтелгән тәҡдимгә ҡолаҡ һалып, предприятиеның киләсәктә Рәсәй фәндәр академияһының Башҡортостан бүлексәһе менән берлектә эшләүҙе планға аласағын белдерҙеләр.
Ҡыҙыл һыуын һыулаған ауылдар халҡы исеменән һүҙ алыусы йылғаға бысраҡ төшмәҫ тип кем әйтә ала тип саң ҡаҡты, скважиналары Ҡырҡтыла урынлашҡан район үҙәгендә лә берәй ваҡыт эсәр һыу проблемаһы килеп тыумаҫмы тип тә хафа белдерҙе.
— Беҙҙең юғары эффектлы технологиялар тышҡы һыу объекттарына бөтөнләй бысраҡ ағыҙмай. Комбинат биләмәһендәге һыу бергә тупланып ябыҡ әйләнеш буйынса ҡабат-ҡабат байыҡтырыу фабрикаһы эштәрендә файҙаланыла. Эшкәртеләсәк биләмәгә иң яҡын ауыл 8,5 саҡрымда урынлашҡан. Ә Томинск комбинатынан ауылдар 1,5 саҡрымда ята. Халыҡ шәхси ҡоҙоҡтарынан һыу менән ҡуллана, проблемалар юҡ, — тине Т. Т. Бәхтегәрәев.
«Ә килемде кем аласаҡ? Әгәр бөтә аҡса ла башҡорт ерендә ҡалһа, мин ихлас риза булыр инем», — тип әсенде пенсионер ағай.
Яуап биреүсе яҡ иһә кемдең хужа булыуы мөһим түгел, ә шул хужаның төбәктең үҫешенә яһаған йоғонтоһо әһәмиәткә эйә тип яуапланы. «Был — район бюджетын йыл һайын тулылан-дырасаҡ 250 миллион һум аҡса (ғәмәлдәге бюджеттың 20 проценты), яңы эш урындары, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү», — тине Таһир Тимербай улы.
«Хозур тәбиғәтебеҙгә теймәгеҙ, тау-таш аҡтарғансы, бөткәнме уйпат, тигеҙ ерҙәр? Бик булмаһа, эш туҡтаған Сибай байыҡтырыу фабрикаһын йәнләндерегеҙ», — тип сығыш яһаны сираттағы ағай. Алтын ҡаҙыусыларҙың хаяһыҙлығы арҡаһында Баймаҡ районында эсәр һыуға терегөмөш түгелеүенең әсе һөҙөмтәһе бөгөн халыҡ сәләмәтлегендә сағыла — рак ауырыуы көслө, тип тамамланы ул һүҙен.
— Бәхеткә, тау-байыҡтырыу сәнәғәте технологияһында терегөмөш ҡулланыл-май. Ҡурҡмағыҙ. Сибай карьерының беҙҙең компанияға ҡағылышы юҡ. 20 йыл эшләү дәүерендә РМК-ның үҙе артынан насар дан ҡалдырмауына күптәр шаһит. Халыҡ үҙ күҙҙәре менән күрһен тип йыл башынан Томинск ГОК-ына ете тур ойошторҙоҡ. Теләүселәр булһа, хәҙер ҙә экскурсияларҙы дауам итергә әҙербеҙ, — тине предприятие вәкилдәре.
МХО-лағы яугирҙәргә ярҙам ойоштороусы ирекмән яңы предприятиеға аҙаҡ яугирҙәр эшкә урынлаша аламы, тип һораны. «МХО-ла ҡатнашыусыларға дәүләт ниндәй иғтибарлы мөнәсәбәттә, беҙҙең позициябыҙ ҙа шулай. Улар комбинаттың өҫтөнлөккә эйә эшселәре рәтендә буласаҡ», — тигән яуап яңғыраны.
Райондың почетлы гражданы, элекке башлыҡ В. П. Павлюковичтың тос фекерҙәре бик урынлы булды. Ул халыҡтың әйтер һүҙен РМК етәкселегенә аҡыллы, аңлайышлы итеп еткерҙе.
— Эйе, һис шикһеҙ, район үҫешһен өсөн инвестициялар йәлеп итеү кәрәк. Был тәңгәлдә һорауҙар юҡ. Халыҡты был борсомай ҙа. Бөтә һорауҙар экология мәсьәләһендә. Беҙ ҙур хәүеф менән артабан нимәләр булыр, тип көтәбеҙ. Әлбиттә, экран аша бик матур итеп күрһәтәһегеҙ, һөйләйһегеҙ. Предприятие намыҫлы, таҙа икән — беҙ ҡаршы түгел. Иң яҡшыһы кешеләрҙең үҙ күҙҙәре менән күреүе. Турҙарҙы дауам итер кәрәк. Аҙнаның бер көнөндә үҙәк майҙанда автобус торһон – кем теләй барып-күреп, аныҡ фекер туплап ҡайтһын. Икенсе һорау: тикшереүҙәрҙә башҡорт ғалимдары ла ҡатнашһын, үҙебеҙҙекеләр үҙ халҡына дошман түгел. Өсөнсөнән, бойондороҡһоҙ экспертиза эшләү зарур. Уның һөҙөмтәһе проектты хуплаһа — бойомға ашырырға була. Бөгөн район үҙен 33 процентҡа ғына тәьмин итә, башлыса дәүләт иҫәбенә йәшәйбеҙ. Шуға күрә инвестициялар кәрәк. Ләкин улар аҡыллы булырға, иң мөһиме халыҡҡа зыян килтермәҫкә тейеш.
Т. Т. Бәхтегәрәев сағыу һәм дөрөҫ фекер өсөн Владимир Петровичҡа рәхмәт әйтте һәм, сараны йомғаҡлап, тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алырға, атап әйткәндә, Томинск ГОК-ына экскурсияларҙы дауам итергә, бойондороҡһоҙ экспертиза эшләтергә, Башҡортостан ғалимдарын йәлеп итергә вәғәҙә бирҙе: «Тау сәнәғәте тармағында 20 йылға яҡын хеҙмәт тәжрибәһенә эйәмен. 4 йыл элек Томинск ГОК-ына юлыҡтым һәм комбинаттың технологик мөмкинлектәренә, экологик таҙалығына хайран ҡалдым. Әбйәлил халҡына мөрәжәғәт итеп, хәҙер ошондай уҡ комбинатты, бәлки, тағы ла яҡ-шыраҡты, үҙебеҙҙең төбәккә алып килгем килә, тип әйткем килә».