Йәмғиәт
29 Май 2025, 10:58

Социаль проекттарға ярҙам буласаҡ

Байым ауыл мәҙәниәт йортонда «Салауат» ЯСЙ-һы етәкселеге ошо биләмә халҡын үҙҙәренең инвестиция проекты менән таныштырҙы.

Социаль проекттарға ярҙам буласаҡСоциаль проекттарға ярҙам буласаҡ
Социаль проекттарға ярҙам буласаҡ

— Салауат утары янында баҡыр рудаһы запасының күләмен билдәләүгә геологоразведка үткәреүгә лицензия алғанбыҙ. Шуға күрә халыҡ араһында йөрөгән төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәргә асыҡлыҡ индереү, һорауҙарығыҙға яуап биреү өсөн һеҙҙең менән күҙмә-күҙ ҡарап һөйләшеүгә килдек, — тине «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Таһир Бәхтегәрәев осрашыуҙы асып.
Артабан бөтә биләмә ауылдарынан йыйылған халыҡҡа Силәбе өлкәһендә эшләп килгән Томинск тау-байыҡтырыу комбинатының эшмәкәрлеге нигеҙендә баҡыр сығарыу процесы тураһында видеоролик күрһәтелде. Унан һуң Таһир Бәхтегәрәев Салауат ятҡылығында руда запасы етерлек булып, унда комбинат төҙөлә ҡалһа, күпме баҡыр сығарыласаҡ, күпме яңы эш урындары асыласаҡ, районға яҡынса ниндәй күләмдә һалым түләмдәре инәсәк, бынан районға ниндәй перспективалар асыласағы тура-һында һөйләне.
Бынан һуң осрашыу һорау-яуап форматында дауам итте, залдағы асыҡ микрофон аша халыҡ үҙен борсоған һорауҙарҙы еткерҙе. Һорауҙарға Таһир Бәхтегәрәев менән экологик хәүефһеҙлек өлкәһе буйынса белгес Алексей Воробьев яуап бирҙе.
— Ике Ҡыҙыл башланғыс алған тәбиғәт мөйөшөнә төҙәлмәҫлек зыян килтергәнсе, Рәсәйҙең башҡа төбәгендә асып булмаймы ул карьерҙы?
— Хөкүмәт лицензия биргәндә ошо ерлектәге тау байлыҡтарын сығарыуҙы һәм юғары технологиялы комбинат төҙөүҙе маҡсатҡа ярашлы тип тапҡан, тимәк. Йәғни Бөтә Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан һәм Әбйәлил районы берҙәй үҫешергә тейеш.
— Һеҙ Сибайҙа тыуып үҫкән кеше булараҡ, нишләп Сибай карьерына рекультивация яһамайһығыҙ?
— Сибай карьерында беҙҙең предприятие эштәр алып барманы. Шуға күрә кем унда руда сығарған, шул эште аҙағынаса алып барып еткерергә, йәғни ерҙәрҙе тәртипкә килтерергә тейеш, тип иҫәпләйем.
— 2020 йылда килеп, кире киткәйнегеҙ бит, нишләп тағы килергә булдығыҙ?
— Эҙләнеү-тикшереү, артабан быраулау эштәре башҡарыуға проект төрлө килешеү процедуралары үтә һәм улар, билдәле, күп ваҡыт талап итә.
— Разведка эштәре мәғдән запастарының етерлек булғанын иҫбатлап, комбинат төҙөлөп, файҙалы ҡаҙылмалар табыу юлға һалынһа, тәбиғәткә зыян килтермәйбеҙ, әбйәлилдәрҙе эшкә алабыҙ, район үҫешенә күп көс аҡса һаласаҡбыҙ тип әйтеүҙәрегеҙ һүҙҙә генә ҡалмаҫмы?
— Барыһы ла беҙ күҙаллағанса булһа, был тәңгәлдә киләсәктә төҙөләсәк килешеүҙә мәктәптәр, дауаханалар төҙөү, уларға ярҙам итеү һәм башҡа ошондай социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу иң беренсе урында буласаҡ.
— Ятҡылыҡта руда барлығы иҫбатланып, комбинат төҙөлөп, эшләй башлаһа, ул, һис шикһеҙ, табыш килтерәсәк. Минеңсә, беҙҙең район биләмәһенең тәбиғәт байлығын файҙаланғас, Әбйәлилдә йәшәүсе һәр кем унан ниндәйҙер процент алыуға иҫәп тоторға, йәғни минең дә йәшәйеш яҡшырырға тейештер?
— Тағы бер тапҡыр ҡабатлап әйтәм, был инвестицион проект халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, йәғни юлдар һалырға, мәктәп-балалар баҡсалары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк.
— Тауҙарҙы шартлатып, ҡаҙыу эштәре башланһа, тормошобоҙҙо ағыулаясаҡһығыҙ — себер язваһы ауырыуы, уран, радиация хаҡында ла һүҙҙәр йөрөй...
— Себер язваһы, радиация, уран хәүефе булһа, ятҡылыҡ эшкәртелмәҫ ине. Эштәр алып барғанда бер ниндәй ҙә ағыулы матдәләр, химия, көкөрт кислотаһы ҡулланылмаясаҡ.
— Ҡыҙыл һыуы бысраһа, йәки тау атҡарыу эштәре башҡарылыу сәбәпле, һыу ҡасһа, уны һыулаған ауылдар, хатта Сибай, Магнитогорск, Силәбе ҡалалары ниндәй хәлдә ҡалыр?
— Хабаровск өлкәһендә Амур йылғаһынан ике саҡрым алыҫлыҡта тау ятҡылыҡтары эшкәртелә. Шул уҡ ваҡытта Амур йылғаһы таҙалығы буйынса ла, миҡдары буйынса ла элек нисек булған шул килеш. Йәки Сибай карьерына алыҫ булмаған Күлтүбән күлен алайыҡ, ул да таҙа килеш, балыҡтар ҙа бар.
Йыйын аҙағында күпселек халыҡ Салауат утары янында тау-байыҡтырыу эштәре башҡарыуға риза түгеллектәрен белдерҙе.
— Тағы ла һорауҙарығыҙ ҡалһа, Томинск тау-байыҡтырыу комбинатына экскурсияға саҡырабыҙ. Райондан теләге булғандарҙан бер нисә төркөм барып ҡайтты ла инде. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр тигәндәй, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарға шунда яуап та табыр инегеҙ, — тип тамамланы һөйләшеүҙе Т. Бәхтегәрәев.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас