Йәмғиәт
30 Май 2025, 09:56

Иран нәшриәте Башҡортостан яҙыусылары менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

«Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә тәүге тапҡыр Ирандың Green Palm нәшриәте ҡатнаша. 

Иран нәшриәте Башҡортостан яҙыусылары менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйИран нәшриәте Башҡортостан яҙыусылары менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй
Иран нәшриәте Башҡортостан яҙыусылары менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

Компанияның Рәсәйҙә ике йыллыҡ эш тәжрибәһе бар, уҡыусыларҙы рус теленә тәржемә ителгән иран әҙәбиәте менән таныштыра. Нәшриәт арсеналында дини, балалар-үҫмерҙәр әҙәбиәте, психология буйынса китаптар бар.
— Байрамда ҡатнашыуҙан иң сағыу тәьҫораттар алабыҙ – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты нәшриәт вәкиле Хөсәйен Алиев. - Ҡала матур, һауа торошо яҡшы, Ирандағы кеүек эҫе түгел. Йәрминкә бик оҡшаны, мин үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр асыҡ урамда үткәрелгән йәрминкәлә ҡатнашам. Кешеләр беҙҙең янға килә, беҙҙең менән ҡыҙыҡһына. Беҙ уларҙы Иран мәҙәниәте менән таныштырыуға бик шатбыҙ.
Шулай уҡ Алиев, йәрминкә сиктәрендә Рәсәйҙә эшләгән коллегалары менән бәйләнеш булдырырға, улар менән хеҙмәттәшлек итергә теләүен белдерҙе.
— Башҡортостан яҙыусылары менән дә танышырға теләйбеҙ, - ти нәшриәт вәкиле. - Бәлки, кемдер үҙенең китаптарын фарсы теленә тәржемә итергә теләр.

Автор:
Читайте нас