Йәмғиәт
5 Июнь 2025, 11:18

Әбйәлилдә күҙәтеү советы эшләй башланы

Райондың матур тәбиғәт мөйөшөндә файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығын үҙләштерергә йыйыналар: ҡайһы берәүҙәр металл сығарыуҙа экологик хәүеф күрһә, икенселәре — Башҡортостандың төпкөлөн нисек тә булһа үҫтереү мөмкинлеге тип һанай. Бәхәстәрҙе файҙалы юҫыҡҡа йүнәлтеү өсөн Күҙәтеү советы (КС) ойошторолдо. Яңы советтың беренсе йыйылышы район хакимиәтендә үтте.

Әбйәлилдә күҙәтеү советы эшләй башланыӘбйәлилдә күҙәтеү советы эшләй башланы
Әбйәлилдә күҙәтеү советы эшләй башланы

Күҙәтеү советына компания вәкилдәренән һәм урындағы чиновниктарҙан тыш, ғилми берләшмә вәкилдәре, район Советы депутаттары һәм ятҡылыҡты эшкәртеү буйынса шикләнеүҙәрен йәшермәгән район активистары ингән.
Беренсе һүҙҙе Күҙәтеү советы рәйесе, бизнесмен Айрат Әминевҡа бирҙеләр (хәҙер хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы), ул органдың нимә менән шөғөлләнергә тейешлеген асыҡланы:
— Беҙҙең миссия компанияның эшмәкәрлеген күҙәтеү өҫтөнә алыу. Совет ағзалары булараҡ, быға хоҡуғыбыҙ бар, — тип ҡыҫҡаса аңлатты эшҡыуар.
Үҙ сиратында, Республиканың Тәбиғәт министрлығы башлығы урынбаҫары Да-нил Шәрәфетдинов Күҙәтеү советының тағы бер сәбәбен асты. Ул граждандар-ҙың борсолоуын бер кем дә сәйәси нигеҙ итеп файҙаланмаһын өсөн совет ойоштороуҙың көнүҙәк булыуын билдәләне.
«Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев компанияның пландары тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Мәҫәлән, ул, ятҡылыҡты эшкәртеү әлегә пландарҙа ғына, барыһы ла геологоразведка эштәре барышында хәл ителәсәк, тип билдәләне. Белгестәр пробаларҙы алып тикшергәндән һуң (был 15 мең погон метрға 27 скважина буласаҡ), ниндәй запастар тураһында һүҙ барғаны һәм был ерҙәрҙе үҙләштереү маҡсатҡа ярашлымы икәне асыҡланасаҡ. Бындай эштәрҙән һуң, биләмәләрҙе рекультивациялау, әлбиттә, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар-ҙың яуаплылығында ҡалдырыласаҡ. Предприятиеның яҡын киләсәктәге пландары хаҡында һөйләгәндә, фирма директоры тиҙҙән Асҡарҙа, Ленин урамында «Салауат» ЯСЙ-һының яңы баш офисы ла урынлашасағын билдәләне.
— Беҙ тау һыртын тотош ҡырҡмайбыҙ. Бик тәрән ҡаҙыуҙың мәғәнәһе юҡ — запастар, ҡабатлайым, раҫланмауы ла ихти-мал, — тип иҫкә төшөрҙө Бәхтегәрәев. — Тау эштәре тураһында ла һүҙ бармай, унда экскаваторҙар булмаясаҡ. Скважиналарҙың диаметры 160 миллиметрҙан да артмай.
Халыҡты борсоған төп ике һорау: ҙур компанияның килеүе районға ниндәй файҙа бирер һәм экология менән нимә булыр. Геологоразведка һөҙөмтәләренән һуң комбинат белгестәре Әбйәлил баҡырын эшкәртеүҙе килемһеҙ тип тапһа, предприятие артабан нимә эшләйәсәк?
Предприятие директоры яуабын социаль өлкәләге пландарын һәм башҡа-рылған эштәрҙе билдәләүҙән башланы. Был «Ғилем» предмет олимпиадаларын берлектә финанслау, «Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына 80 шыршы» исемле ағастар ултыртыу буйынса акция, Ҡыҙыл буйында экологик акция, шулай уҡ планда сту-денттар өсөн маҡсатлы уҡытыу буйынса мөмкинлек булдырыу — юғары уҡыу йорттарынан һуң улар яңы тау-байыҡтырыу комбинатында (йәки «Салауат» тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлмәһә, башҡа тау-байыҡтырыу комбинаттарында) эш урындары менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ Буранғол урта мәктәбенең интернатын ремонтлау, «Ирәндек» балалар лагерында спорт майҙансығы төҙөү планлаштырыла. Был ике сараға яҡынса 70 миллион һум тотоноласаҡ. Запастар раҫланмаған осраҡта ла биргән вәғәҙәләр үтәләсәк, тип белдерҙе компания директоры.
Экология менән нимә булыр? Артабан һүҙҙе геологтар алды. Ғилми берләшмәнең вәкилдәре араһында: Василий Мартыненко, Сергей Ковалев һәм Рәсих Хәмитов. Ғалимдар белдереүенсә, төп хәүеф райондың биологик байлығына зыян килтереү менән түгел, ә һыу менән бәйле. Әгәр запастар раҫланмаһа, компания үҙе артынан барыһын да тәртипкә килтерергә бурыслы. Һәр хәлдә лә компанияға урындағы флора һәм фаунаны тикшереүсе белгестәр ялларға тура киләсәк. Компания үҙе ҡулланған сәнәғәт һыуының йылғаларға һәм күлдәргә эләгеү мөмкинлеген инҡар итә. Һыу әйләнеше системаһы ябыҡ буласаҡ һәм ҡулланылған һыу таҙартылып, яңынан предприятие эсендә ҡулланыласаҡ.
— Комбинат биләмәһендә, ысынлап та, тирә-яҡ мөхиткә тәьҫир буласаҡ: ул депрессион воронка соҡорҙары ла, ер аҫты һыуҙарына ла тәьҫир итә. Әммә был һыу бер ҡайҙа ла ағыҙылмай. Ул йомоҡ һыу әйләнеше циклында ҡулланыла. Комбинат биләмәһенән ситтәге һыу объекттарына йоғонтоһо булмаясаҡ. Унда күҙәтеү скважиналары ҡуйыласаҡ, — тип аңлатты Т. Бәхтегәрәев.
Компания алып барған геологик разведка эштәре проекты ҡасан тәҡдим ителәсәк, тигән һорауға, ЯСЙ директоры уны киләһе осрашыуҙа иғлан итергә вәғәҙә итте.
«Һеҙ унда тәртип урынлаштырырға тейешһегеҙ» — «Салауат» ЯСЙ-һы директорына Рәсәй фәндәр академияһы Өфө тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе, биология фәндәре докторы Василий Мартыненко ошондай талап ҡуйҙы. Ғалим намыҫлы эшләргә, бөтә күрһәтмәләрҙе үтәргә саҡырҙы.
Күҙәтеү советы ағзаһы, Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин ҡыҙыҡлы һорау бирҙе: «Ҡалдыҡтарҙы һаҡлау урыны төҙөмәйенсә ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары итеп ҡулланырға мөмкинме?»
— Ваҡлау технологияларын, күләмен билдәләгәндән һуң был ҡалдыҡтарҙы ҡулланыу ихтималлығын ҡарарға мөмкин буласаҡ, — тип яуап бирҙе Т. Бәхтегәрәев.
Активистар, Күҙәтеү совет эшмәкәрлегенән һәм күп һанлы дәүләт тикшереүҙәренән тыш, Тау байыҡтырыу комбинатын асыу алдынан йәмәғәт тыңлауҙары ла үткәреләсәк, тип иҫкә төшөрҙө: әгәр күпселек ҡаршы булһа, нимә булыр? Бында инде проект өсөн ризаһыҙлыҡ белдереүселәр һаны түгел, ә теге йәки был яҡтың дәлилдәре өҫтөнлөк аласаҡ.
Тағы ла бер борсоулы һорау булып геологик разведканы Силәбе өлкәһе подрядсыһы үтәйәсәге тора. «Салауат»тың күҙлегенән ҡарағанда, барыһы ла аңлашыла — партнер итеп ваҡыт менән һыналған башҡарыусыны һайлау еңелерәк. Ләкин, геологтар белдереүенсә, Башҡортостанда бындай эштәрҙе һөҙөмтәле башҡара алырлыҡ ойошмалар юҡ.
Әбйәлил ерендә баҡырҙан тыш, башҡа компоненттар ҙа табылыуы ихтимал — мәҫәлән, алтын. Әммә был металды сығарыу өсөн башҡа производстволарҙа цианид ҡулланыла. Һорау тыуҙы: Башҡортостанда ул ҡулланыламы? Компания вәкилдәре, баҡыр һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар булған тоҡомдо сығарыу өсөн башҡа ысул ҡулланыла, тип яуапланы.
— Тик йәмәғәтселектең иғтибары аҫтында ғына эшләргә мөмкин икәнен һеҙ аңлағанһығыҙҙыр. Ә беҙ һеҙҙең эшегеҙ менән йәмәғәтселек араһында килешле бәйләнеш булдырырға теләйбеҙ, — тине БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Данил Шәрәфетдинов ҡаралған һорауҙарҙы йомғаҡлап.
Ә бына геологоразведканан һуң ер аҫты байлығының ниндәй күләмдәге күрһәткестәре иҡтисади яҡтан отошло буласағы тураһындағы һорау әлегә яуапһыҙ ҡалды, был турала бөтә тәғәйен тикшереү эштәре тамамлағас ҡына билдәле буласаҡ.

Күҙәтеү советы рәйесе А. Әминев:
— Күҙәтеү советының төп бурысы — компанияның эшмәкәрлеген урындағы халыҡ мәнфәғәтендә даими тикшереп барыу. Күҙәтеү советы ағзалары булараҡ, беҙ быға хоҡуҡлыбыҙ, беҙ эштәрҙең надзор органдары талаптарына ярашлы башҡарылыуын күҙәтергә тейешбеҙ. Был тау байыҡтырыу комбинаты биләмәһендә үҫемлек һәм хайуандар донъяһына зыян күрмәһен өсөн мотлаҡ башҡарылырға тейеш. Шулай уҡ был совет «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мониторингы буйынса халыҡ менән конструктив диалог алып барырға тейеш.
Иҡтисади үҫеш күҙлегенән ҡарағанда, ҙур компанияның килеүе районға социаль гарантиялар менән эш урындары һәм урындағы инфраструктураға инвестициялар килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, Буранғол ауылы интернатын ремонтлау һәм «Ирәндек» балалар лагерында спорт майҙансығы төҙөү планлаштырыла.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас