Йәмғиәт
5 Июнь 2025, 11:04

Әбйәлилдә туризм: проблемалар һәм перспективалар

Район эшҡыуарҙары Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры Зөһрә Гордиенко, тәбиғәттән файҙаланыу, экология министры урынбаҫары Антон Гладышев, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Белорет, Әбйәлил, Учалы һәм Бөрйән райондарындағы идаралығының территориаль бүлеге начальнигы Юлиә Берзина менән бергә фекер алышты. Осрашыуҙың модераты булып район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Ғ. Хәлилов сығыш яһаны.

Әбйәлилдә туризм: проблемалар һәм перспективаларӘбйәлилдә туризм: проблемалар һәм перспективалар
Әбйәлилдә туризм: проблемалар һәм перспективалар

Тәүге һүҙҙе З. М. Гордиенко алды.
— Яңы федераль ҡануниәттәр ғәмәлдә булған шарттарҙа Әбйәлил районының туристик миҙгелде башлауға әҙерлеге хаҡында һөйләшергә ине. Шуны лә әйтеп үтергә кәрәктер: республика муниципалитетҡа туристик өлкәлә ҙур ярҙам күрһәтте. Ошо сәфәремдә район буйлап йөрөнөм, турбизнес объекттары менән таныштым һәм беҙҙең төп бурысыбыҙ — шәхси торлаҡ төҙөлөшө ерҙәрендә туризм менән шөғөлләнеүселәрҙе күләгәнән сығарыу, икенсеһе – реаль проекттарға ярҙам итеү, өсөнсөһө – туризмды үҫтереүгә ҙур ярҙам алып та бер нәмә лә эшләмәгәндәрҙән һорау алыу икәнлеген аңланым. Һәм был проблемалар һуңғы йылда туристар ағымы буйынса етди эшләп еткермәү арҡаһында килеп сыҡты.
Туристар ағымы – федераль бюджеттан субсидиялар бүлеүҙең төп күрһәткесе. Әбйәлил районы туристик инфраструктураны үҫтереү төбәк проекты сиктәрендә 2023 – 2024 йылдарҙа 116 миллион һум ярҙам алды, ә былтыр бында туристар һаны 8 процентҡа кәмегән. Был һан залда ултырған эшҡыуарҙарҙың яртыһы Росстатҡа үҙҙәрендә төнгә ҡалып ял итеүселәр тураһында мәғлүмәт бирмәүен раҫлай. Сөнки райондың курорт зонаһында ял итеүселәр күп. Яҡтыгүл буйында күргәндәрем мине ҡыуандырманы. Беҙ туризм тураһында һөйләйбеҙ, туризм инфраструктураһын яҡшыртыу һәм үҫтереү өсөн аҡса бирәбеҙ, ә унда: һыйырҙар йөрөй, сүп-сар тулып ята, мунса өҫтөндә мунса, базалар тейешле тәртипкә килтерелмәгән. Һәр ерҙә өй аша тиерлек «йорт ҡуртымға бирелә» тигән иғландар эленгән. Уларҙан һалым килмәй. Бер кем дә ҡунаҡ йорто йәки ҡунаҡхана булараҡ теркәлмәгән. Бында тикшереүсе органдарға эш алып барырға, күл тирәләй канализацияның нисек эшләүен белергә һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе тикшерергә кәрәк.
Ошо көндәрҙә министрлыҡ яңы туристик объекттар төҙөүгә субсидиялар бүлеүгә ғаризалар ҡабул итә башлаясаҡ. Әбйәлилгә төрлө төбәктәрҙән меңәрләгән турист килә, шуға күрә барыһын да миҙгелгә әҙерләргә, тәртипкә килтерергә һәм был өлкәлә хеҙмәт күрһәткәндәрҙе тейешенсә рәсмиләштерергә кәрәк. Әбйәлил районына артабан да дәүләт ярҙамы күрһәтелһен өсөн туризм өлкәһендәге бөтә мәғлүмәтте дөрөҫ тапшырыу мотлаҡ.
Әйткәндәй, Әбйәлил, Белорет, Күгәрсен, Нуриман, Ҡариҙел райондары республиканың туристик кластерына ингән, ошо юҫыҡта шулай уҡ Өфө һәм Иглин муниципалитеттарын ҡарайбыҙ.
Тағы бер тапҡыр әйтәм: 116 миллион һум аҡса һалынған, ә туристар ағымы 8 процентҡа кәмегән. Ысынында иһә шифаханаларҙа һәр саҡ кеше тулы, бунгалолар һәм шәхси йорттар ҙа буш тормай. «Юбилейный» шифаханаһы 90, «Яҡтыгүл» 98 процентҡа ял итеүселәр менән тулы эшләй. Был статистика буйынса, ғөмүмән, урамдарҙың таҙалығы, курорт зонаһы, инеү урыны, алтаҡталар, һәйбәт ресторандар тураһында ла һөйләшергә ине. Министрлыҡ нимә менән ярҙам итә ала, һеҙ нисек ярҙам итә алаһығыҙ, муниципалитеттың курорт зонаһында тәртип урынлаштырыу өсөн бергәләп ниндәй эш башҡарырға кәрәк? Был хаҡта ла һөйләшергә теләйем. Хәл итеүҙе талап иткән башҡа һорауҙар ҙа күп һәм беҙ бергәләп фекер алышайыҡ. Әммә ысынында иң ҙур проблема — классификация. Бөгөн 600 ҡунаҡхана комплексының 200-ө генә рәсми теркәлгән.
1 сентябрҙән бер генә ял базаһы ла ҡунаҡтарҙы үҙ-үҙен классификацияла-майынса ҡабул итә алмаясаҡ. Район етәкселегенән был мәсьәләне контролдә тотоуын һорайым. Туристик урындарҙы, атап әйткәндә, Яҡтыгүлде тәртипкә килтереү — беҙҙең дөйөм бурыс.
Министр урында күргән проблемалар — рәсми булмаған ҡунаҡ йорттары, контролгә алынмаған мунсалар, үҙәкләштерелгән канализация булмауы арҡаһында күлгә ағып төшкән бысраҡ һыу һәм күл тирәләй тәртипһеҙ төҙөлөш, Яҡтыгүл буйындағы сүп-сар һәм антисанитария, шулай уҡ катерҙарҙан, һыу-мото-байктар күлдә шаулап тороуы — бөтәһенә лә билдәле. Һәм был мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Унан да бигерәк, «ҡунаҡ йорттары» тураһында закон ҡабул ителеүе көтөлә, был шәхси йорттар төҙөлөшө ерҙәрендәге эшмәкәрлекте сикләйәсәк.
— Әгәр 30-ҙан ашыу номерығыҙ булһа, ҡунаҡ йорто кеүек эшләй алмайһығыҙ, ҡунаҡхана булараҡ рәсмиләш-терелергә кәрәк, — тип аңлатты Гордиенко.
Үләнде күлендәге «Динопарк» хужаһы Владимир Родионов туристик һалым бизнесты баҫыуын әйтте (әйткәндәй, предприятие былтыр глэмпингтарҙы үҫтереүгә 79 миллион һум субсидия алған). Шулай уҡ һәр бүлмә өсөн һалым инспекцияһына 9 документты тапшырырға кәрәклеген дә белдерҙе һәм был эшҡыуарлыҡҡа аяҡ салыуын әйтте.
— Беҙ асыҡтан-асыҡ эшләйбеҙ, һалым түләйбеҙ, ә өйҙәрен ҡуртымға биреүселәрҙән һалым инмәй. Нишләп беҙ генә законлы эшләргә тейеш? — тигән һорау ҡуйҙы ул.
Зөһрә Гордиенко билдәләүенсә, был һалым Бөтә Рәсәй буйынса индерелгән, әммә барыһы ла уны түләмәй.
— Бизнесты закон нигеҙендә алып барыусылар зыян күрә. Өйҙәрҙе законһыҙ рәүештә ҡуртымға биргәндәр бер нәмә лә түләмәй. Әбйәлил районына урындағы финанс идаралығы менән барыһын да иҫәпләргә һәм һалым индереүҙең ни тиклем маҡсатҡа ярашлы булыуын билдәләргә тәҡдим итәм, — тине министр. — 1 сентябрҙән һуң министрлыҡта эшләп килгән ҡунаҡ йорттарын тикшереү хоҡуғына эйә булған тотош сектор барлыҡҡа киләсәк. Үҙ-үҙен классификацияламайынса бындай йорттарҙың бер ҡайҙа ла бер генә иғлан да урынлаштырырға хоҡуғы булмаясаҡ. Һәр хәлдә, бунгало хужалары һәм башҡалар эшен закон нигеҙендә алып барасаҡ. Әгәр беҙ курорт зонаһын булдырырға теләһәк, уны һалымдар иҫәбенә эшләргә тейешбеҙ. Шуға күрә, Ташбулат ауыл Советында һалым һалыуҙы бер ни тиклем ваҡытҡа (әйткәндәй, быйыл ауыл биләмәһе туристик һалым иҫәбенә 5 миллион һумдан ашыу аҡса алған) кисектереү мөмкинме-юҡмы икәнен анализларға кәрәктер. Сөнки әлегә барыһы ла дәүләт мәнфәғәтендә, закон буйынса, намыҫлы эшләмәй...
Яҡтыгүлгә алыҫ түгел урында тау байыҡтырыу комбинаты төҙөү пландары осрашыуҙың иң ҡыҙыу өлөшө булғандыр.
— Карьер һәм туризм бер-береһе менән бөтөнләй тура килмәй! Әгәр уны төҙөһәләр, мин ҡунаҡханамды һатасаҡмын. Кешеләр сәнәғәт зонаһын ҡарарға килмәйәсәк, — тине «Евразия» ҡунаҡха-наһы хужаһы Владимир Куликов.
Ул властарға был урындарҙың матурлығын, ҡиммәтен күрһәтер өсөн экологтар һәм туроператорҙар менән конференция үткәрергә тәҡдим итте.
— Бөгөн аҡса, ә иртәгә нимә? Карьер ҡаласаҡ, ә туризм юҡҡа сығасаҡмы? — тигән һорау менән мөрәжәғәт итте фермер Рәсүл Йәнбирҙин.
— Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу — Әбйәлил районының, республиканың ғына түгел, ә илебеҙҙе үҫтерергә кәрәк тип иҫәпләгән федераль органдың өҫтөнлөгө. Баҡыр илгә кәрәк. Әлбиттә, халыҡ ҡурҡа. Барыһы ла шулай уҡ ҡурҡынысмы? Файҙалы ҡаҙылмаларҙы элек нисек сығарғандар ҙа, хәҙер нисек эшләйҙәр — айырма ҙур. Дөйөм алғанда, был матур предприятие булыуы ихтимал. МХО тамамланһа, яугирҙәрҙе эшкә урынлаштырырға ла кәрәк…, — тип яуап бирҙе министр. — Төп мәсьәлә — районда туризм индустрияһын үҫтереү, тип билдәләнем. Әммә әле турбизнес менән шөғөлләнгән ике йөҙҙән теүәл 70 проценты рәсмиләштерелмәйенсә бизнес алып бара, шуларҙың тик 30 проценты ғына һалым түләй. Был 30 процент та әгәр һалымды бөтөрмәһәгеҙ, беҙ теркәүһеҙ эшләйәсәкбеҙ, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта дәүләт бурыстарын да хәл итергә кәрәк. Шуға күрә һөйләшәйек һәм фекер алышайыҡ…
— Пляжым бар, әммә ерем юҡ. Миңә һыуҙы 5 миллион һумға һатып алырға тәҡдим итәләр. Мин нисек эшләй алам? — тип һораны министрҙан эшҡыуар Тимур Сафин (ИП, Сабаҡты күлендәге рәсми пляж) .
Гордиенко был мәсьәләне тикшерергә һәм шәхсән үҙенә ҡабул итеүгә килергә тәҡдим итте.
Квадроциклдар прокаты менән шөғөлләнгән курорт зонаһы эшҡыуары велосипед юлдарының булмауына зарланды: «Кешеләр асфальтҡа сыға, был бик хәүефле».
— «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы сиктәрендә район 2024 йылда туристар өсөн 200 квота алды, ә быйыл ул 2 тапҡырға аҙыраҡ. Өҫтәмә путевкалар булырмы? Теләүселәр күп, — ошондай һорау ҡуйҙы район хакимиәте белгесе Зөлфиә Солтанова.
— Аңлайым. Финанслау элеккесә ҡалдырылды, ә хаҡтар артты. Хаҡтарҙың нисек тиҙ арта барыуын күрәһегеҙ. Бер кем дә бушлай йөрөтмәй. Шуға күрә кешеләрҙең һанын кәметергә тура килә. Июнь айында хәл үҙгәреүе ихтимал. Шул саҡта өҫтәмә квоталар барлыҡҡа киләсәк, — тип яуапланы Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы.
— Крандарҙан ағынты һыу килә! Үҙәк канализация кәрәк, юғиһә холера сире килеп сығыуы бар, — тип борсолоу белдерҙе «Яҡтыгүл» шифаханаһы юрисы.
Аҡсаны һанай белгән бизнесмендар ятҡылыҡты эшкәрткән осраҡта «Салауат» ЯСЙ-һы районға вәғәҙәләгән 250 миллион һум һалымдың бик аҙ булыуын да әйтте. «Аҡса урында күберәк ҡалһын өсөн килешергә кәрәк», — тине улар.
Министр: «Район өҫтәмә ярҙамға өмөт итә ала», — тине.
Эшҡыуарҙарҙың береһе «Сапсан» тиҙ йөрөшлө поезы ҡасан ебәреләсәге тураһында һораны.
Ведомство етәксеһе 2026 йылдың йәйге миҙгеленә старт биреләсәген әйтте. Быйыл ике төрлө үҙгәреүсән ток менән эшләй алырлыҡ поездар юҡ. Завод «Финистар»ҙы 2025 йылдың аҙағына ғына етештерә башлаясаҡ.
«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тураһында эшҡыуар Айтуған Фәттәхов та үҙ фекерен белдерҙе, ул «Салауат» ЯСЙ-һының районға инвестициялар һалыу кәрәклегенә һәм компанияның экологияға ҡағылышлы бөтә йөкләмәләрен үтәренә ышана.
Осрашыу аҙағында эшҡыуарҙар министр Зөһрә Гордиенко менән Яҡтыгүл тирәләй өмә үткәрергә, законһыҙ мунсаларҙы алырға һәм ағынты һыу мәсьәләһен хәл итергә килештеләр.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас