

Шул уҡ осорҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 4,3 процентҡа, йәки 146 меңгә тиклем артҡан. Башҡортостан социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса ла алдынғылар рәтендә. Бөгөнгө көнгә республика улар һаны буйынса илдә икенсе урында — төбәктә 609 социаль эшҡыуар теркәлгән, Мәскәү өлкәһендә иң күбе. Әйткәндәй, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың ил иҡтисадының биштән бер өлөшөн формалаштыра. Башҡортостанда былтыр «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектының бөтә төп бурыстары үтәлгән.