Йәмғиәт
11 Июнь 2025, 03:27

Балалар туристик кешбэгы программаһын тергеҙеү өлгәргән мәсьәлә

Быйыл Волга буйы федераль округы төбәктәрендә 1,5 миллиондан ашыу бала ял итәсәк, төрлө типтағы 10 меңдән ашыу лагерь эшләй.  #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Балалар туристик кешбэгы программаһын тергеҙеү өлгәргән мәсьәләБалалар туристик кешбэгы программаһын тергеҙеү өлгәргән мәсьәлә
Балалар туристик кешбэгы программаһын тергеҙеү өлгәргән мәсьәлә

       Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Пензала Үткән Волга буйы федераль округы закондар сығарыусылар Советының 76-сы пленар ултырышында ошондай һандар килтерҙе. Башҡортостанда йәйге һауыҡтырыу кампанияһы миҙгеле башланды ла инде. Йәйге осорҙа республикала 1 899 балалар һауыҡтырыу лагеры эшләйәсәк, унда 200 меңдән ашыу уҡыусы ял итәсәк. Сәләмәтләндереү кампанияһында балалар ялын ойоштороуҙың бөтә формаларын иҫәпкә алып бөтәһе 520 мең самаһы бала ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, Башҡортостандың балалар лагерҙары Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 600 баланы һәм 50 оҙатыусыны ҡабул итәсәк. Уларҙы Мәләүез районында «Дуҫлыҡ» спорт-һауыҡтырыу комплексы базаһында урынлаштыралар. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров билдәләүенсә, инвалид һәм айырым ихтыяжлы балалар өсөн ял итеү мөмкинлектәрен киңәйтеү мөһим эш йүнәлеше булып тора. Күп балалы йәки ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр өсөн балалар ялы уңайлы булырға тейеш. Бөгөн балалар туристик кешбэгы программаһын тергеҙеү тураһында (ата-әсәләргә федераль бюджет средстволары иҫәбенә юлламалар хаҡының бер өлөшөн ҡаплау) тәҡдиме урынлы. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларының ялына ярҙам итеү буйынса берҙәм саралар билдәләнергә тейеш. Игорь Комаров хәүефһеҙлеккә, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүгә, матди-техник базаны тейешле кимәлдә тотоуға айырыуса иғтибар бирелергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас