Йәмғиәт
17 Июнь 2025, 10:53

Кем бушлай парковкаға хаҡлы?

2025 йылдың 27 июненән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башлай. Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары уларҙы бушлай файҙалана ала – бының өсөн берҙәм төбәк транспорт сараларының электрон реестрында теркәлергә кәрәк.

Кем бушлай парковкаға хаҡлы?Кем бушлай парковкаға хаҡлы?
Кем бушлай парковкаға хаҡлы?

Ташлама менән Башҡортостанда даими йәшәгән һәм түбәндәге Рәсәй граждандары файҙалана ала:

- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
- хәрби хәрәкәттәр ветерандары;
- I, II, III төркөм инвалидтары;
- инвалид балаларҙың законлы вәкилдәре;
- милкендә автомобиль булған осраҡта – күп балалы ғаиләләге ата-әсәнең береһе (опекун/попечитель);
- электромобиль хужалары.

Кәрәкле документтарҙың тулы исемлеген Башҡортостандағы Күп функциялы үҙәктең бәйләнеш үҙәгендә асыҡлай алаһығыҙ: +7 (347) 246-55-33, +7 (927) 333-31-00.

Инвалидтарҙың транспортында «Инвалид» тигән билдә ҡуйылырға тейеш. Бының өсөн Күп функциялы үҙәк офисында йәки «Госуслуги» порталында (vk.cc/cvJmZ2) «Социаль өлкәләге берҙәм үҙәкләштерелгән һанлы платформа»ға транспорт тураһында мәғлүмәт индерергә кәрәк.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас