

Мәҫәлән, етенсе йыл рәттән Өфө «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһында ҡатнаша, уның сиктәрендә йәмәғәт биләмәләрендә, торлаҡ йорттар һәм белем биреү учреждениелары ихаталарында ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыла. Быйыл яҙ ҡала урамдарында 2 меңдән ашыу ағас һәм шул уҡ һандағы ҡыуаҡтар ултыртылған, шул иҫәптән 200 – ҙән ашыу йүкә ағасы. Бынан тыш, урамдарҙа мобиль йәшелләндереү башҡарыла үҙәк урамдарҙа сәскә композициялары менән декоратив һындар ҡуйыла. «Родина» кинотеатры, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы һәм Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры эргәһендә ландшафт дизайны элементтары менән миҙгелле скверҙар биҙәлә һәм Өфөнөң 450 йыллығына тормошҡа ашырылған мөһим проекттар булған. Ҡала биләмәләрен йәшелләндереү сиктәрендә Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекттары буйлап, «Ғафури» скверында, Рудольф Нуриев урамында сәскәләр баҡсалары булдырылған, унда 15 декоратив кашпо урынлаштырылған. Сергей Кожевников Театр урамын төҙөкләндереү проекты тураһында ла таныштырған. Унда сәхнә сәнғәте өлкәһе менән бәйле бер нисә рекреацион һәм арт-объекттар урынлаштырыу планлаштырыла, урамды йәшелләндереү һәм архитектура яҡтыртыу варианттары менән ҙур йәйәүлеләр зонаһы барлыҡҡа киләсәк.