Төбәк етәксеһе республиканың медицина хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтеп, тармаҡтың матди-техник базаһын нығытыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Һеҙҙе медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым.
Уңыштар, именлек һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем, - тине Радий Хәбиров. - Медицина учреждениеларының автопаркын даими яңыртабыҙ, был һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы эшенә ҙур ярҙам күрһәтә.
Лада Гранта, Лада Ларгус һәм Лада Нива Тревел ватан етештереүендәге автомобилдәр ауыл ерендә эшләү өсөн тәғәйенләнгән.
Машиналарҙың бер өлөшө аҙ хәрәкәтсән пациенттарҙы ташыу өсөн йыһазландырылған.
- Быйыл медицина хеҙмәткәрҙәренә дөйөм алғанда 90-ға яҡын машина тапшырырға ниәтләйбеҙ.
Беҙҙең бурыс-бындай техника менән бөтә паркты алмаштырыу. Шул уҡ ваҡытта эштән сыҡҡан автомобилдәрҙең бер өлөшөн махсус хәрби операция зонаһына ебәрәбеҙ, – тип билдәләгән Радий Хәбиров.