

Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы бренд координаторы булған «Стратегик эштәр үҙәге» фонды менән килешеү төҙөгән. Мәскәүҙәге «Сәйәхәт» туристик форумында документҡа ҡул ҡуйылған.
"Discover Russia брендының милли туристик экосистемаға инеүе Башҡортостандың туристик индустрияһын үҫтереүҙә мөһим роль уйнар тип уйлайым, сөнки ул сит илдәрҙә туристик йүнәлештәрҙе маркетинглау һәм үҫтереү мөмкинлектәрен киңәйтә, сәйәхәтселәр һанын арттыра», — тип белдерҙе Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Билдәле булыуынса, Discover Russia - Рәсәйҙең милли туристик бренды. Шул уҡ ваҡытта Discover Russia-ның үҙ аллы тауар билдәһе лә, бер нисә үҙ-ара бәйле билдәне берләштергән «экосистема» ла ул. Уға, мәҫәлән, Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы (the Golden Ring of Russia), Рәсәйҙең Көмөш муйынсағы (the Silver Way of Russia), Матрешка, Балерина һәм башҡа туристик брендтар инә. Башҡортостандан тыш, экосистемаға 24 төбәк һәм бер Үҙәк федераль округы ҡушылған. Брендтың хоҡуҡ эйәһе - Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы.