

Был хаҡта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында (ПМЭФ) сығыш яһағанда «РӘСӘЙ ТИМЕР ЮЛДАРЫ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Андрей Макаров белдергән. Элек эштәр 2024 йылда башланасаҡ тип күҙаллана, һуңынан уларҙы 2025 йылдың башына күсерәләр, әммә холдингтың инвестиция программаһы ҡыҫҡартылыу сәбәпле, ваҡытты яңынан ҡарайҙар. Уның һүҙҙәренсә, ағымдағы йылға инвестиция программаһы 880 миллиард һумға, йәғни 2024 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәмегән. Һөҙөмтәлә инфраструктура проекттарының бер өлөшөн тормошҡа ашырыуға лимит бөткән.
“РӘСӘЙ ТИМЕР ЮЛДАРЫ” коммерция шарттарында заем аҡсаһын йәлеп итә алмай, сөнки хөкүмәт компанияларҙы заем алыуҙа сикләй.
Байкал-Амур магистрален модернизациялау (БАМ) СССР ваҡытында төҙөлгәнгә ҡарағанда ла масштаблыраҡ проект булып тора, тип белдергәйне Рәсәй Президенты Владимир Путин үткән йылда Көнсығыш иҡтисади форумының пленар сессияһында.