

Компанияға ҡушылып, күңел асыу өсөн. Кемдер үлән тарта һәм бер ҡасан да наркоман булмаясағына, хатта бәйлелек барлыҡҡа килһә лә, тиҙ генә туҡтай алырына ихлас ышана.
– «Еңел наркотиктар» төшөнсәһе – ул сираттағы уйҙырма, наркоманияға йәлеп итеү өсөн профессиональ рәүештә ҡуйылған тоҙаҡ, – ти Руслан Арыҫланов. – Быларҙың барыһын да кешеләрҙе финанс мутлыҡтарға һәм секталарға йәлеп итеү механизмы менән сағыштырырға мөмкин. Иллюзияның асылы – шәхестең әхлаҡи кәртәләрен үҙгәртеү, наркоиндустрияның башҡа тауарҙарын ҡулланыуға әҙерләү өсөн психик йәһәттән әүҙем матдәгә психологик бәйлелек булдырыу. «Еңел», «тәбиғи», «энәһеҙ» – былар барыһы ла наркосауҙагәрҙәрҙең хәйләләре.
Кешене наркотиктарҙан иртә стадияла дауалау ауыр. Ул был шөғөлөн ныҡ йәшерә, наркотиктар ҡулланыу уны «үҙенсәлекле» итә тип уйлай, үҙен закондан өҫтөн итеп тоя. Яҡындары осраҡлы рәүештә насар ғәҙәткә ылығыуы тураһында белеп ҡалған, наркотиктарға бәйле кешенең үҙаллы ҡотола алыуы тураһында вәғәҙәләренә ышанмаған бәхетлеләр генә дауалауға килеп эләгә.