Әгәр дуҫтарың араһында наркотиктарға бәйле кешеләр булһа, организмдың таҙалығын һаҡлап ҡалыу мөмкин түгел тиерлек, сөнки улар һәр ваҡыт «ҡулланып ҡарарға» бирергә әҙер. Шуға күрә баланың аралашыу даирәһенә иғтибар итергә, дуҫтарының ата-әсәһен белергә кәрәк.
Төп сигналдар:
- Йоҡо һәм туҡланыу режимында үҙгәрештәр.
- Кәйефтең ҡапыл үҙгәреүе.
- Ғаиләнән һәм ғаилә традицияларынан ситләшеү.
- Уҡыуға ҡыҙыҡһыныу юғалтыу. Икенсе телефондың барлыҡҡа килеүе. Компьютерҙа паролдәрҙе йыш алмаштырыу.
- Дикция һәм мимика үҙгәреүе.
- Фармакология менән ҡыҙыҡһыныу.
- Йортта быяла көпшәләр, бәләкәй ҡумталар, төрөү өсөн ҡағыҙҙар, фольга, күҙгә һала торған дарыу, танау спрейы, кейемдә йәшкелт таптар барлыҡҡа килеүе – былар барыһы ла наркомандарҙың тормошонан.
Нимә эшләргә?
Мөмкин тиклем тиҙерәк белгестәргә – наркологтарға, медицина психологтарына мөрәжәғәт итегеҙ. Был бала менән мөнәсәбәттәрҙе боҙмаҫ һәм килеп тыуған хәлде киҫкенләштермәҫ өсөн кәрәк. Ғәйеплеләрҙе эҙләп, ғауға ҡуптарырға ярамай. Шулай уҡ бер ни ҙә булмаясаҡ һәм барыһы ла үҙенән-үҙе үтәсәк тип уйлау ҙа дөрөҫ түгел.
Ҡайҙа ярҙам итә алалар?
Өфөлә үҫмерҙәр наркология кабинеты:
Суворов урамы, 79, тел.: +7 (347) 3632993.
Достоевский урамы, 106, тел.: +7 (347) 2163859.
Ҡабул итеү ваҡытын +7 (347) 2660388 телефоны буйынса асыҡларға мөмкин.
(Йәшәү урыны буйынса табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ).
Әгәр кеше наркотик ҡуллана башлаһа, уны был афәттән аралауҙың берҙән-бер юлы –
уны ҡәтғи рәүештә туҡтатыу һәм махсус белгестәр ярҙамында дауалау.