Йәмғиәт
26 Июнь 2025, 03:39

Төбәк операторы ҡалдыҡтар полигонын яңырта

«Эко-Сити» төбәк операторы Ишембай районындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонын металл конструкциялар менән монтажлауға 32,6 миллион һумға тиклем аҡса бүлергә әҙер. #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Төбәк операторы ҡалдыҡтар полигонын яңыртаТөбәк операторы ҡалдыҡтар полигонын яңырта
Төбәк операторы ҡалдыҡтар полигонын яңырта

Компания хаҡ тәҡдимдәрен һайлап алыуҙы иғлан иткән. Документациянан күренеүенсә, Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советында Ишембай — Красноусол трассаһының 5-се километрында ҡалдыҡтарҙы зарарһыҙландырыу һәм утилләштереү буйынса завод төҙөү планлаштырыла. Ул 289 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда урынлашасаҡ.Унда төбәк операторы ағас ҡалдыҡтары туплау майҙансығы төҙөргә һәм производство цехын реконструкциялауҙы үткәрергә теләй.

       Майҙансыҡ йыл һайын 80 мең тоннаға тиклем ҡалдыҡ ҡабул итә ала. Бында инженер инфраструктураһы объекттары һәм административ-хужалыҡ ҡаралтылары төҙөләсәк. Полигон ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырғандан һуң эшкәртеү өсөн яраҡһыҙ коммуналь, сәнәғәт һәм төҙөлөш ҡалдыҡтарын ерләү өсөн тәғәйенләнгән. Проект буйынса ул 20 йылға иҫәпләнгән.

     2024 йылда «Эко-Сити» ЯСЙ-ы килеме 322 млн һум тәшкил иткән, саф табышы 8,4 млн һум булған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас