

Быйыл йыл башында Нефтекамала полиция хеҙмәткәрҙәре 15 йәшлек үҫмерҙе наркотиктар һатҡан өсөн ҡулға алған. Баҡтиһәң, уҡыусы аҡса эшләргә ҡарар иткән. Мессенджерҙарҙың береһендә ул билдәһеҙ эш биреүсе менән бәйләнешкә инә. Унан «посылка» килтереүҙе һорайҙар. Башта үҫмерҙе бер нисә урынға наркотик һалыуҙа һынап ҡарайҙар, һуңынан уға күмәртәләп наркотик таратыу урынының координаталарын ебәрәләр. Ул артабан һатыу өсөн «тауарҙы» ала һәм ошо партия менән уны полиция ҡулға ала. «Эш биреүсе» билдәһеҙ булып ҡала.