Йәмғиәт
16 Июль 2025, 03:34

Путин демография һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрә

Президент Владимир Путин демография һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрергә планлаштыра. #ВладимирПутин

Путин демография һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрәПутин демография һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрә
Путин демография һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрә

Киләсәк мәсьәләһе

 Президент һәр ваҡыт демография мәсьәләһенең мөһимлеген билдәләй һәм тыуымдың артыуы темаһы ил өсөн төп һәм принципиаль темаларҙың береһе булыуын, бигерәктә уның территорияһының ҙурлығын иҫәпкә алып, һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ул шулай уҡ, Рәсәйгә лә ҡағылған глобаль демографик көрсөкте иҫәпкә алып, ғаиләгә һәм тыуымға ярҙам итеү мөһим йүнәлеш булырға тейеш, ти. "Илдең киләсәге ошоға бәйле", - тип билдәләй Владимир Путин. Декабрҙә үткән тура бәйләнештә ул Рәсәйҙә, тыуым кимәленең үҫеше 1,41 процент тәшкил итә, Ә СССР-ҙа күрһәткес ике процентҡа етә ине, тип билдәләгәйне. Бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар һаны кәмеү был сәбәптәрҙең береһе булып тора. Уҙған йылдың аҙағында стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Советта Президент 2025 йылда уҡ демографик хәлде үҙгәртеү өсөн шарттар булдырырға саҡырғайны.

 

Яңы милли проекттар

 Уларҙың өсәүһеһаулыҡ һаҡлау һәм демографияөлкәһенә ҡағыла.

Әйтәйек, "Оҙайлыһәм әүҙемтормош" милли проекты: 2030 йылға ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырырға ярҙам итергә, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

"Ғаилә" милли проектының маҡсаты:

ата-әсәләргә һәр яҡлап ярҙам;

репродуктив һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү;

ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу;

өлкән быуындың әүҙем оҙон ғүмерлелеге өсөн шарттар үҫтереү;

мохтаждарға сифатлы ярҙам күрһәтеү.

 "Һаулыҡты һаҡлауҙың яңы технологиялары" милли проектының маҡсаты: медицина ярҙамы күрһәтеүҙең уңайлылығын һәм һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу; рәсәй халҡының ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау.

 

        Вице-премьер Татьяна Голикова билдәләүенсә, был программаларҙы тормошҡа ашырыуға ҙур ресурстар һалынған. Мәҫәлән, "Ғаилә" милли проектына ғына 2030 йылға тиклем 17 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла.Уныңһүҙҙәренсә, бөгөн илдә ғаилә темаһына ҡағылмаған бер генә өлкә лә юҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас