Йәмғиәт
21 Июль 2025, 12:45

Өфө мотор эшләү берекмәһе юғары дәүләт наградыһы алды

Владимир Путин ОДК-ӨМЭПБ коллективын Александр Невский ордены менән бүләкләне. #ВладимирПутин

Өфө мотор эшләү берекмәһе юғары дәүләт наградыһы алдыӨфө мотор эшләү берекмәһе юғары дәүләт наградыһы алды
Өфө мотор эшләү берекмәһе юғары дәүләт наградыһы алды

18 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һәм Ростех Дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов «ОДК-ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  хеҙмәт коллективына Александр Невский орденын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Сара предприятиеның 100 йыллыҡ юбилейына арналған ине. Александр Невский ордены Рәсәйҙә иң абруйлы дәүләт наградаларының береһе, ул төп тармаҡтарҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм ҙур ҡаҙаныштары өсөн бирелә. Уны Өфө моторҙар эшләү берекмәһе коллективына  Сергей Чемезов тапшырҙы.

 - Александр Невский ордены-ул өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе коллективының ил алдындағы ҡаҙаныштарын таныу. Был беҙҙең дөйөм эшебеҙгә тоғролоҡ өсөн бүләк, - тигән Сергей Чемезов.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас