Йәмғиәт
24 Июля 2025, 02:30

5 мең гектарҙан ашыу ерҙә ағас ултыртылған

2019 йылдан алып республикала 93 мең гектарҙан ашыу ерҙә урман тергеҙелгән, урман янғын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы паркы  яңыртылған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

5 мең гектарҙан ашыу ерҙә ағас ултыртылған5 мең гектарҙан ашыу ерҙә ағас ултыртылған
5 мең гектарҙан ашыу ерҙә ағас ултыртылған

Бөгөнгө көнгә төбәктә урман янғындары формированиелары 100 процентҡа йыһазландырылған. Быйыл яҙ 5,5 мең гектар майҙанда ағас ултыртыу, урман тергеҙеү эштәре башҡарылған, йәғни был планлаштырылғандан 15 процентҡа күберәк. Иң күп урман тергеҙеү эштәре Белорет, Учалы, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында атҡарылған. Башҡортостанда тап ошо райондарҙа урман әҙерләү әүҙем алып барыла. Бынан тыш, урман культуралары  тағы ла 3,1 мең гектар дәүләт урман фонды ерҙәрендә ҡабаттан ултыртылған. сөнки был участкаларҙа үҫентеләрҙең үҫеп китеүсәнлеге планға ҡарағанда түбәнерәк кимәлдә була.

        Республикала сифатлы үҫентеләр үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә. Һауа шарттарына бәйле булмаҫ өсөн урман хужалыҡтары 66 теплица төҙөгән. Бынан тыш, төбәктә 65 асыҡ грунтлы урман питомнигы эшләй. Дөйөм алғанда, йыл һайын 50 миллион данаға яҡын ҡиммәтле тоҡомло ағас үҫентеләре үҫтерелә. Шуларҙың 3,5 миллионы теплицаларҙа. 2025 йылдың беренсе ярты йыллығында ултыртыу материалы менән тәьмин итеү өсөн 1950 килограмм урман үҫемлектәре орлоғо йәки планға ҡарата 89 процент йыллыҡ пландың әҙерләнгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас