

Бер ай доктор Волкова реабилитация үҙәгендә дауаланғандан һуң ҡыҙыҡай был аҙнала өйөнә ҡайтты.
Тәне бешкәндән һуң ҡыҙ бер йылдан ашыу атлай алмай ине. Клиникаға атаһы күтәреп индергән бала яңынан атлай башлаған. Махсус тренажерҙарҙа шөғөлләнеүҙәр һәм белгестәр ярҙамында күнекмәләрҙән һуң сабыйҙың сәләмәтлеге яҡшыра. Баланың күңеле лә күтәренке: атаһы менән циркка барғандар һәм унда алған тәьҫораттар ҡыҙҙың дөйөм һаулығына ыңғай йоғонто яһаған.
Дауаланыу ҡыҙға файҙа килтергәненә бик шатбыҙ. Алла бойорһа, барыһы ла яҡшы буласаҡ.