

Хәҙер ул 22 440 һум тәшкил итә. 2026 йылда уртаса эш хаҡы кимәлен иҫәпкә алып, минималь эш хаҡы күләмен 27 093 һум кимәлендә билдәләргә тәҡдим ителә. Шулай итеп Рәсәй Президентының МРОТ-ты йылдам үҫтереү буйынса йөкләмәһе үтәләсәк. Дәүләт башлығының Рәсәйҙе үҫтереүҙең милли маҡсаттары тураһындағы указына ярашлы, 2030 йылға минималь эш хаҡы күләме 35 мең һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылда минималь эш хаҡы күләмен арттырыу туранан-тура 4,6 миллион рәсәйлегә ҡағыласаҡ.