

Был турала өлкәнең губернатор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Паслер белдергән. Ул билдәләүенсә, киләһе йылға бюджет формалаштырғанда проектты башлау өсөн аҡса бүлеү планлаштырыла, әгәр уны уҡыусылар һәм ата-әсәләр ыңғай баһалаһа, курс бөтә төбәккә тараласаҡ. "Был проект мәктәптәрҙе кәрәкле инвентарь менән йыһазландырыуҙы, уҡыусылар өсөн команда уйындарын, махсус операция ветерандары менән осрашыуҙар ойоштороуҙы, методик материалдар булдырыуҙы күҙ уңында тота", – тигән ул.
Рәсәй Президенты Владимир Путин бынан алда Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ветерандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн "Геройҙар ваҡыты"тип аталған яңы кадрҙар программаһы башланыуы тураһында иғлан иткәйне. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, унда үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын күрһәткән кешеләр ҡатнашырға тейеш. Программаның маҡсаты дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, шулай уҡ эре компанияларҙа эшләү өсөн әлеге һәм элекке хәрби хеҙмәткәрҙәр араһынан юғары квалификациялы етәкселәр әҙерләү.