Йәмғиәт
1 Август 2025, 05:06

Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ҡараған проект хупланды

Сираттағы «Инвестиция сәғәте» ултырышында аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһенә бәйле яңы башланғыстар хупланды.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ҡараған проект хупландыАҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ҡараған проект хупланды
Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ҡараған проект хупланды

    «Башҡортостан ит компанияһы» ның Бишбүләк районында сусҡа һимертеү майҙансығы булдырыу пландары тураһында «Таврос» компаниялар төркөмөнөң «Ит» дивизионы етәксеһе Ринат Зәйнуллин таныштырған.Проектты тормошҡа ашырыу өсөн планлаштырылған ер участкаһының дөйөм майҙаны – 190 гектар. Унда,  12 сусҡасылыҡ комплексы төҙөләсәк.Инвесторкәрәклепроектдокументацияһынәҙерләгәнһәм подряд ойошмаһын һайлай башлаған.Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 3,2 миллиард һум, 95 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Республика яғынан ярҙам саралары сифатында проектһалымльготаларыменәнөҫтөнлөклөстатусалған.Шулай уҡ, инвесторҙың ауыл хужалығы ҡорамалдарын һатып алыуға киткән сығымдарының бер өлөшө ҡапланасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас