Йәмғиәт
5 Август 2025, 02:55

Сит ил туристары Рәсәйҙе һайлай

Сит ил туристары биш айҙа Рәсәй буйлап 1,6 миллиондан ашыу сәфәр яһаған, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 14 процентҡа күберәк.  #ВладимирПутин

Сит ил туристары Рәсәйҙе һайлайСит ил туристары Рәсәйҙе һайлай
Сит ил туристары Рәсәйҙе һайлай

Иң күп туристар Ҡытайҙан, Сәғүд Ғәрәбстанынан, Һиндостандан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән булған. Быйыл рәсәйлеләрҙең иң тиҙ үҫешкән туризмы йүнәлештәре булып Оман (+140%), Малайзия (+107%), Сәғүд Ғәрәбстаны (+61%) тора. Рәсәй туристары һуңғы йылдарҙа ял итеү маҡсатында ил буйлап сәйәхәт итеүҙе һанай. Ғинуарҙан майға тиклем 32 миллион кеше ошондай сәфәрҙе һайлаған, был 2024 йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 6,5 процентҡа юғарыраҡ. Эске туризмдың артыуына «Путешествуем.рф» милли туристик порталы ярҙам итә.

      РФ властары эске туризмды артабан үҫтереү өсөн барыһын да эшләйәсәк, тип белдергәйне  Рәсәй Президенты Владимир Путин Көнсығыш иҡтисади форумының пленар сессияһында.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас