Йәмғиәт
7 Август 2025, 13:35

Путин Трамп менән осрашыу өсөн уңайлы урындарҙың береһен атаған

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Америка президенты Дональд Трамп менән осрашыу өсөн уңайлы урындарҙың береһе булыр ине, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин. #ВладимирПутин

 "Бындай сараны ойошторорға ярҙам итергә әҙер дуҫтарыбыҙ күп. Шуларҙың береһе — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре президенты», - тип билдәләгән Путин, Трамп менән осрашыу урыны тураһында һорауға яуап биреп.

      Бынан алда рәсәй президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков алдағы көндәрҙә Путин менән Трамптың осрашыуын үткәреү тураһында килешеү төҙөлгән тип хәбәр иткәйне. Уның һүҙҙәренсә, Путин менән Трамптың һөйләшеүҙәре киләһе аҙнала уҡ үтеүе ихтимал.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас