Йәмғиәт
8 Август 2025, 03:55

Йәйге ял лагерҙары эшен дауам итә

Башҡортостанда мәктәп һауыҡтырыу кампанияһы тулы көсөнә дауам итә. БР мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда бөтә ял формалары менән тәьмин ителәсәк балалар һаны 500 меңдән ашыу тәшкил итәсәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йәйге ял лагерҙары эшен дауам итәЙәйге ял лагерҙары эшен дауам итә
Йәйге ял лагерҙары эшен дауам итә

Дөйөм алғанда, һуңғы йылдарҙа балалар лагерҙарында ял итеүселәр арта бара. Шуға күрә, республикала йәйге һауыҡтырыу учреждениелары селтәрен киңәйтеү осраҡлы түгел. 2021 йылдан башлап төбәктә 437 лагерь үҙ ишектәрен асҡан. Бөгөнгө көндә төбәктә уларҙың һаны 1899 тәшкил итә. Ә йыл әйләнәһенә ҡала ситендәге лагерҙар һаны был ваҡыт эсендә ике тапҡырға тиерлек арта — 29-ҙан 51-гә тиклем.

    Йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек барышында лагерҙарҙа заманса шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Был маҡсатҡа 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ике йыл эсендә республикала 11 модуль корпусы төҙөлгән, киләһе йылда республиканың тағы ла ике лагерында капиталь ремонт үткәреләсәк һәм 3 тиҙ төҙөлә торған торлаҡ модуле төҙөләсәк. Быйыл йәй Баймаҡ районының «Орленок» лагерында ике яңы корпус асылып эшләй башланы.

     Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика булған балалар лагерҙары биналарын ремонтларға мөмкинлек биргән федераль проектта әүҙем ҡатнаша. "Федераль финанслауға республика аҡсаһы өҫтәлә, райондар ҙа ҡатнаша. Йылдан йыл лагерҙар фонды хәле тотороҡло яҡшыра», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алған республика Башлығы.

Шуныла билдәләр кәрәк, быйыл республиканың йәйге лагерҙарында Луганск Һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан 600 бала ял иткән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына  бушлай ял итеүгә путевка бүленә.  Мәҫәлән, 2022 йылдың декабренән алып республиканың ҡала ситендәге лагерҙарында 8 меңдән ашыу малай һәм ҡыҙ ял иткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас