Йәмғиәт
13 Август 2025, 11:10

2025 йылда республикала 31 меңдән ашыу кеше «декрет» пособиеһын ала.

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға ла баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособие түләй.

2025 йылда республикала 31 меңдән ашыу кеше «декрет» пособиеһын ала.2025 йылда республикала 31 меңдән ашыу кеше «декрет» пособиеһын ала.
2025 йылда республикала 31 меңдән ашыу кеше «декрет» пособиеһын ала.

 Әсәйҙәр генә түгел, ә рәсми эше булған башҡа туғандары ла (атай, олатай-өләсәй йәки опекундар) аҡсалата түләмгә хоҡуҡлы.

Был пособие ата-әсәнең һуңғы ике йылдағы уртаса эш хаҡының 40% тип иҫәпләнә. Пособие күләме айына 69 мең һумға етеүе ихтимал. Декрет ялынан иртәрәк сыҡҡан осраҡта ла пособиеға хоҡуҡ һаҡлана.

Быйыл баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса түләүҙәргә йәмғеһе 2,6 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Ағымдағы йыл башынан Башҡортостандан 4,3 мең ауырлы ҡатын-ҡыҙға берҙәм пособие тәғәйенләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-13/svyshe-31-tysyachi-zhiteley-bashkirii-poluchayut-dekretnoe-posobie-4347938

Автор:
Читайте нас