Йәмғиәт
14 Август 2025, 03:00

Иҡтисади хеҙмәттәшлек мөһим

Рәсәй Ҡырғыҙстан иҡтисадына инвестициялар һалған илдәр араһында алдынғы урында, тип белдерҙе Владимир Путин. #ВладимирПутин

Иҡтисади хеҙмәттәшлек мөһимИҡтисади хеҙмәттәшлек мөһим
Иҡтисади хеҙмәттәшлек мөһим

"Рәсәй менән Ҡырғыҙстан араһындағы мөнәсәбәттәр стратегик партнерлыҡ һәм союздашлыҡ рухында уңышлы үҫешә. Иҡтисади хеҙмәттәшлек мөһим состав булып ҡала. Беҙҙең ил ҡырғыҙ иҡтисадына инвестициялар һалған дәүләттәр араһында алдынғы урындарҙы биләй", — тине ул Ҡырғыҙ-Рәсәй бизнес-форумында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәтендә. Президент билдәләүенсә, был 900 миллион долларҙан ашыу суммаға 2,5 меңдән ашыу проектты инвестициялаған үҫеш фонды ярҙамында мөмкин булған. Уның ярҙамында илдә заманса сәнәғәт предприятиелары һәм социаль объекттар төҙөлә, тиҫтәләрсә мең эш урыны булдырыла. Путин форумда ҡатнашыусыларға емешле эш теләне һәм яҡын арала сарала тикшереләсәк башланғыстарҙы һәм тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыуға өмөт белдерҙе. Мөрәжәғәтте Президенттың сит илдәр менән төбәк-ара һәм мәҙәни бәйләнештәр буйынса идаралығы начальнигы Игорь Маслов уҡып ишеттергән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас