Йәмғиәт
15 Август 2025, 04:47

Изге эштәр башында — ирекмәндәр

Йәштәр йортонда ирекмәнлек ойошмаларын бер ҡорға туплаусы «Изге эш» тип аталған тәүге съезд үтте

Изге эштәр башында — ирекмәндәрИзге эштәр башында — ирекмәндәр
Изге эштәр башында — ирекмәндәр

Съезды Красная Башкирияның «Твори добро» ирекмәнлек ағзаһы, шағирә Гөлсәсәк Зәйнуллина үҙенең «Әсә хаты» шиғыры менән асып ебәрҙе. Ул — мобилизацияланған һалдат әсәһе. Улын алғы һыҙыҡтан көтөп зарығыуҙан, һағыныуҙан интеккән әсә кеше күңеленең бар борсоуҙарын ошо изге йүнәлешкә —ирекмәнлек хәрәкәтенә һалған. Уның яугир әсәһе булараҡ «Еңеү менән ҡайтырбыҙ!» тигән ораны районда уҙған тәүге ирекмәнлек съезына старт бирҙе тиһәм һис тә яңылышмам.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Хәҙер, COVID-19 менән көрәш осорондағы кеүек, геройҙар ваҡыты. Был ваҡытта һәр беребеҙ иң яҡшы кешелек сифаттарын күрһәтергә тейеш. Ошо көндәрҙә Ватанды һаҡлауҙа тороусы-ларға ярҙам итеү — беҙҙең төп бурыс. Рәсәйҙең күп милләтле халҡы был осорҙо ла уңышлы үтер, тип ышанам.

Артабан сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айрат Әминев һүҙ алды.
— Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Шундай ауыр заманда улдарын, ирҙәрен юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәрендә көс табып, изге хәрәкәткә ҡушылыуына һоҡланам. Ғөмүмән, илебеҙ халҡының шундай бер күскә тупланыуы берҙәмлегебеҙҙе күрһәтә. Мин ышанам: ошонда ултырған һәр кемдең махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға бәләкәй генә булһа ла ярҙамы тейгән, улар илебеҙ яҙмышына битараф түгел. Алғы һыҙыҡта дошман менән алышҡан яугирҙәргә һәм уларға бер туҡтауһыҙ ярҙам иткән ирекмәндәргә оло рәхмәтемде еткерәм, — тине ул үҙенең сығышында. — Кеше һәр ваҡыт өмөт менән йәшәй. Бында ултырған һәр беребеҙ һуғыштың тиҙерәк бөтөүен, тыныслыҡ урынлашыуын теләй һәм Еңеү өсөн ҙур аҙымдар эшләй.
Урал аръяғы райондары кураторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимур Вәлитов та үҙ сиратында ирекмәндәргә рәхмәттәрен еткерҙе һәм уларҙың намыҫлы хеҙмәтен баһалап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән ирекмәнлек ойошмаларын Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Шулай уҡ Хәрби патриотик-спорт үҙәге етәксеһе Азамат Амангилдин Әлфиә Ғиләжеваға һәм Хәлил Рәхмәтуллинға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн миҙал тапшырҙы.
Съезға махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәр саҡырылған ине, улар араһында ла ирекмәндәр күп, яугирҙәр үҙҙәре ойошмалар менән тығыҙ бәйләнеш тота, хәлдәренән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙа. Улар араһында «Талисман» ирекмәндәр ойошмаһы ағзаһы Рамил Иҫәнбаев та бар ине.
— Беҙ һеҙҙең менән бик кәрәкле һәм мөһим эш башҡарабыҙ. Берҙәм булғанығыҙ өсөн мин алғы һыҙыҡта булған барлыҡ һалдаттар исеменән оло рәхмәтемде еткерәм, — тине ул.
Съезға барыһы 8 ойошма саҡырылған. «Твори добро» (Красная Башкирия), «Берегиня» (Михайловка), «Ташбулат» (Ташбулат), «Целинный. СВОих не бросаем» (Сиҙәм), «Милосердие» (Гусев) һәм Асҡарҙан «Талисман», «Берлек», «Аиша», «Рух» ойошмаларының күргәҙмәләрен ҡараныҡ, сығыштарын тыңланыҡ.
«Твори добро» ирекмәнлек ойошмаһында бөгөнгө көнгә 18 кеше иҫәпләнә, уларҙың икәүһе өйҙә эшләй. Элекке уҡытыусылар йортона ремонт эшләп алғандан һуң, уҙған йылдың 3 сентябрендә тәүге антидрон юрғандар тегә башлайҙар. Башта ирекмәндәргә финанс яҡтан ауыл халҡы, район хакимиәте вәкилдәре, хәрби патриотик-спорт үҙәге ярҙам ҡулы һуҙа, ирекмәнлек хәрәкәтен Красная Башкирияла Гөлйөҙөм Сыңғыҙова ойоштора. Бөгөнгө көнгә тиклем ойошма ағзалары 389 антидрон юрған, танк өсөн тәғәйенләнгән 5 антидрон юрған, 79 волокуша, 149 ултырма, 184 балаклава, снарядтар ташыу өсөн тәғәйенләнгән 15 фартук, 15 маскировкалы селтәр, 140 майшәм, 4840 «ҡоро душ», 7430 ҡап төрлө үлән сәйҙәре, тәм-том һәм шулай уҡ госпиталдә ятҡан яралы яугирҙәргә төрлө кәрәк-яраҡтар оҙатҡан.
«Берегиня» ирекмәнлек ойошмаһына 30 августа теүәл бер йыл тула. Михайловкалар 19 ноябрҙән ҙур әүҙемлек күрһәтә. Улар һалдаттарға тип 150 маскировкалы селтәр үргән, 4 йәшник үлән сәйҙәре оҙатҡан һәм киләһе гуманитар ылауға үҙйөрөшлө мунса ла әҙерләгән.
«Талисман»дарҙа иһә 12 кеше иҫәпләнә. Улар күберәк район халҡы менән эшләй, һалдаттарҙың үтенесе буйынса техника һатып ала. Төп маҡсаттары – халыҡ йыйған гуманитар ылауҙы алғы һыҙыҡҡа алып барып тапшырыу, егеттәргә тыуған яҡ сәләмдәрен еткереү.
«Берлек» ойошмаһы Асҡарҙағы «Рәсүлиә» мәсете янында ойошторолған. «Ойошмала әҙ генә булһаҡ та һәр беребеҙ уға тос өлөш индерә. Ирекмәндәр бар нимәгә яуаплы ҡарай. Бында улдары МХО зонаһында булған әсәйҙәр ҙә, оло йәштәге, пенсияла булған апай-инәйҙәр ҙә бар. Ярҙам иткән һәр кем дөйөм һәм изге эшкә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә», — тип бәйән итте Әлфиә Ғиләжева.

Әлмөхәмәт ауылы биләмәһендә иһә тәүге ирекмәндәр хәрәкәтен Ағинәйҙәр ойошмаһы (етәксеһе Светлана Истамғолова) башлап ебәрә. Хәҙер иһә биләмәнең һәр ауылында айырым ойошмалар барлыҡҡа килгән. Сиҙәм ауылының «Целинный. СВОих не бросаем» ирекмәндәр ойошмаһының тәүге эше һалдаттарға тип 12 йәшник майшәм әҙерләүҙән башлана. Көҙ-ҡыш мәлендә ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләйҙәр, күстәнәстәр бешерәләр, адреслы посылкалар оҙаталар. Шулай уҡ ойошма ағзалары 75 антидрон юрғандар теккән, яугирҙәр өсөн улар 6 маскировкалы селтәр үргән.
Күптән түгел барлыҡҡа килгән «Аиша» ирекмәндәр хәрәкәтендә 10 кеше иҫәпләнә. Бөгөнгө көндә улар 300 «ҡоро душ», 138 йәшәү беләҙектәре эшләгәндәр.
— Ирекмәнлек хәрәкәтен башлап ебәреү өсөн ҡыҙым ярҙам итте. Шулай уҡ улымдан да финанс ярҙам тоям. Тиҙҙән бетеүҙәр әҙерләй башлаясаҡбыҙ, — ти ойошма рәйесе Диләрә Зәйнишева.
«Милосердие» төркөмө октябрь айында барлыҡҡа килгән. Бында күбеһенсә хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, табиптар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Көҙ-ҡыш айҙарында өсбармаҡтар бәйләгәндәр, 400-ҙән ашыу майшәм эшләп оҙатҡандар. Ғөмүмән, халыҡтың көсө менән йыйылған финанс ярҙамдан улар Гусев ауыл биләмәһенән булған яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙалар. Тепловизорҙар, 4 тәгәрмәс, генераторҙар, Ямал спутнигына халыҡтан аҡса йыйып, һатып алып адресына тиклем «Талисман» төркөмө аша гуманитар ярҙам ебәргәндәр. Бөгөнгө көндә улар инкубаторға аҡса йыйыу һәм үлән сәйҙәре эшләү менән мәшғүл.
Йәштәр йорто янында барлыҡҡа килгән яңы «Рух» ирекмәндәр төркөмө ағзалары ла киләсәктә әүҙемлек күрһәтер, башҡаларҙан ҡалышмаҫ, тип ышанабыҙ. Бының өсөн бары тик буш ваҡыт һәм иң мөһиме, теләк кенә кәрәк. Был кешеләрҙең уртаҡ маҡсаттарға өлгәшеү һәм үҙ илен һаҡлау өсөн ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн берләшә алыуының билдәһе.

Сәүҙә Шөғүрова, «Целинный. СВОих не бросаем» ирекмәнлек төркөмө ағзаһы:
— Ойошмабыҙҙа 32 кеше иҫәпләнә. Шулар араһында иң олоһо — 87 йәшлек Менәүәрә Азанова. Унан ҡала килә 82 йәшлек бер, 79 йәшлек ике оло ҡатын-ҡыҙҙар көн дә тиерлек ҙур теләк менән ирекмәнлек хәрәкәтенә йөрөй. Беҙҙең ойошмабыҙҙың ағзалары оло йөрәкле, изге күңеллеләр. Һәр беребеҙ ут эсендә йөрөгән ир-егеттәребеҙ өсөн доғалар ҡыла, аяттар уҡый. Һуғыш тиҙерәк бөтөп, илдә тыныслыҡ урынлашһын!

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас