Йәмғиәт
15 Августа 2025, 05:11

«Ҡыҙыл китап»тағы үҫемлектәр юғалмаясаҡ

«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте геологик разведка эштәре барған ятҡылыҡта һирәк осраған үҫемлектәрҙе асыҡлау буйынса тикшеренеү эштәре ойошторҙо.

«Ҡыҙыл китап»тағы үҫемлектәр юғалмаясаҡ«Ҡыҙыл китап»тағы үҫемлектәр юғалмаясаҡ
«Ҡыҙыл китап»тағы үҫемлектәр юғалмаясаҡ

Компания халыҡ менән осрашыуҙар мәлендә «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса саралар күреү өсөн ятҡылыҡ биләмәһендә флора һәм фаунаны мотлаҡ өйрәнергә вәғәҙә биргәйне.
Йәйгеһен компания Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Көньяҡ Урал ботаника баҡсаһының алдынғы ғилми хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итте. Тикшеренеүҙәр үтте. Ғалимдар ниндәй һығымта яһаған? Ошо турала белер өсөн ятҡылыҡҡа юлландыҡ һәм биология фәндәре кандидаты Марина Лебедева менән осраштыҡ. Ул тикшеренеүҙәрҙең ҡайһы бер һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
— Бер ай элек беҙ «Салауат» ятҡылығы биләмәһен тикшереү буйынса эш башланыҡ. Беҙҙең бурыс — һаҡлауға мохтаж үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәрен табыу. Һәм беҙ «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәрҙе (венерин башмачок, ковыль перистый, гудайера ползучая, мякотница однолистная) асыҡланыҡ. Хәҙер беҙ тикшереүҙең артабанғы этабына күстек: бында күпме үҫемлек бар, улар ниндәй торошта — сәскә атамы йәки емеш бирәме, шуны өйрәнәбеҙ. Был уларҙың популяцияларын аңлау өсөн мөһим.
«Ҡыҙыл китап»ҡа ингән төрҙәр үҫкән урындарҙы үҫемлектең фотоһы, уның тураһында мәғлүмәт яҙылған махсус табличкалар һәм сигнал таҫмалары менән билдәләйбеҙ. Мәҫәлән, гудайера ҡуйы ҡарт ҡарағайҙар һәм йәш ағас үҫентеләре булған урмандарҙа ғына үҫә. Беҙ был участканы уға теймәһендәр өсөн кәртәләп ҡуйҙыҡ. Әгәр үҫемлек берәү генә булһа, беҙ уны ғына түгел, ә тирә-яғын да билдәләйбеҙ, сөнки ер аҫтында тамырҙары йәки үҫентеләр булыуы ихтимал.
Әлегә «Салауат» ЯСЙ-һы геологик разведка үткәрә. Запастар раҫланған һәм төҙөлөш башланған осраҡта беҙҙең мәғлүмәттәр һирәк төрҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Бер нисә вариант бар: үҫемлектәрҙе хәүефһеҙ урынға күсерергә; был участкаларға теймәҫкә; махсус һаҡ режимын ойошторорға.
Беҙ урындағы халыҡтың тәбиғәт өсөн борсолоуын аңлайбыҙ. Шуға ла беҙҙең эш «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән төрҙәрҙең юҡҡа сығыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Сәнәғәт компанияһы тәбиғәтте һаҡлау буйынса закондарҙы үтәргә тейеш, ә беҙҙең тикшеренеүҙәр быны дөрөҫ эшләргә ярҙам итәсәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас