

Ҡыҙҙар өсөн иң ғәҙәти булмаған исемдәр араһында Онегия, Джоанна, Аллана бар. Малайҙарға Разан, Адэль тигән исемдәр бирелгән. Шул уҡ ваҡытта традицион исемдәр ата-әсәләр араһында популярлыҡ һаҡлай. Әйтәйек, ҡыҙҙар араһында лидерҙар булып Әминә (253), Амелия (246), Ева (233), Эмилия (230) һәм София (228) исемдәре тора. Малайҙар өсөн күберәк, Әмер (334), Эмир (245), Тимур (224), Марк (211) һәм Мирон (206) исемдәрен һайлағандар. «Ғаилә» милли проектының һөҙөмтәһе булып Рәсәйҙә тыуымдың да, күп балалы ғаиләләрҙең дә артыуы торорға тейеш. Был проекттың маҡсаты, Рәсәйҙә тыуым коэффициентын 2030 йылға 1,6-ға тиклем күтәреү. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы йылдарҙа ул өҙлөкһөҙ тиерлек кәмегән һәм 2024 йылда бер ҡатынға 1,4 бала тура килгән.