

РФ Президенты Владимир Путин беренсе бөтә Рәсәй педагогия съезына сәләмләүендә былай тиелә: «Бергәләп, бергәләшеп, һәр кешенең потенциалын тормошҡа ашырыуға, ил үҫешенең төп бурыстарын хәл итеүгә йүнәлтелгән алдынғы, ижади, үҫешкән, тулы мәғәнәлә тере белем биреү системаһын төҙөй аласаҡбыҙ". РФ президенты мәғарифты үҫтереү Стратегияһын булдырыу бурысын ҡуйған, ул бөтә белем кимәлдәрен берләштерәсәк. «Рәсәй» милли үҙәге майҙансығында үткән форумда Д. Н.Чернышенко, В. Н. Фальков сығыш яһаған. Стратегия өҫтөндә 1 000-дән ашыу эксперт, шул иҫәптән педагогтар, ғалимдар, ата-әсәләр һәм бөтә башҡа ҡыҙыҡһынған төркөмдәр вәкилдәре эшләгән, 430-ҙан ашыу осрашыу үткәрелгән, 300-ҙән ашыу башланғыс тәҡдим ителгән. Стратегия төбәктәрҙә тикшереү үткән, уның барышында 1 000-дән ашыу тәҡдим йыйылған. Тыңлауҙар шулай уҡ РФ Дәүләт Думаһында, РФ Федераль Советында, Рәсәй Йәмәғәт палатаһында, РАН һәм йәмәғәт ойошмаларында тикшерелә.