Йәмғиәт
27 Август 2025, 05:30

Маҡтаулы эш

Булат ауылында мөһим ваҡиға булды, бында тыуған яҡты өйрәнеү музейы барлыҡҡа килде.

Маҡтаулы эшМаҡтаулы эш
Маҡтаулы эш

 Ауылдағы башланғыс мәктәп балалар булмауы сәбәпле ябылғас, был бинаны ауыл клубы итәләр. Сығышы менән ошо ауылдан булған педагогик хеҙмәт ветераны Гүзәл Хатип ҡыҙы Байрамғолова был бинаның буш торған бүлмәһендә музей булдырыу инициативаһы менән сығыш яһай. Ауыл тарихын һаҡлап ҡалырға тигән тәҡдимде шунда уҡ халыҡ дәррәү күтәреп ала һәм Булат ауылы старостаһы Самат Ҡунаевҡа мөрәжәғәт иткәс, староста, үҙ сиратында, йыйын йыя.

 Йыйында ҡатнашҡан Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наталья Сатина музей булдырыу идеяһын хуплай һәм ярҙам итергә вәғәҙәләй. Йыйылыштан һуң активистар шунда уҡ эшкә тотона: бүлмәнән кәрәкмәгән әйберҙәрҙе алып сыға, стеналарын, иҙәндәрен һәм тәҙрәләрен йыуып-таҙалайҙар. Аҙна дауамында эш ҡайнай. Апрелдә башланған эш Еңеүҙең 80 йыллығына рәсмиләштерелә. Музейҙы булдырыуға үҙ өлөшөн индергән ауылдаштар Гүзәл Байрамғолова, Гөлсирә Харрасова, Вәсилә Вәлиева, Фатима Шәрипова, Гөлсәсәк Ғүмәрова, Рәйлә Ғүмәрова, Әнүзә Ҡунаева, Рабиға Мостаҡимова, Гөлъямал Шәрипова, Сибәғәт Һәйетҡоловтың тырышлығы менән ауыл өсөн мөһим булған музей тиҙ арала үҙ ишектәрен аса. Кемдер күмер үтеге алып килһә, икенселәр милли кейем, пионер галстугы кеүек боронғо әйберҙәр килтереп, музейҙы экспонаттар менән тулыландыра бара. Хатта 1855 йылғы батман да бар музейҙа. Гүзәл Хатип ҡыҙы үҙенең ҙур булмаған ауылының 58 ветераны тураһында материалдар йыя, уларҙың 20-һе Бөйөк Ватан һуғышы яланынан әйләнеп ҡайтмаған. Ауыл тарихы тураһында материалдар туплана. Шулай итеп, бер бүлмә тулыһынса йыһазландырыла, артабан икенсе бүлмә лә экспонаттар менән тулыландырыла. Бөгөн ауылдың һәр вайымһыҙ кешеһе музейға килә, ауыл һәм район тарихын һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индерә ала. Булатта сиҙәм ерҙәрҙе күтәргән арҙаҡлы игенселәр йәшәгән һәм эшләгән. Хәҙер легендар ер үҙенең тарихын ауыл музейында һаҡлай. Был мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм уны киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн мөһим аҙым.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас