

Премьер – министр Михаил Мишустин төбәктәргә федераль субсидияларҙы өс тапҡырға тиерлек арттырған, йәки 500 миллиондан 1,5 миллиард һумға тиклем. Был маҡсатҡа Рәсәй төбәктәренә өҫтәмә, бер миллиард һум бүленәсәк.
«Минең бизнес» үҙәктәрендә үҙмәшғүлдәр һәм эшҡыуарҙар бер тәҙрә принцибы буйынса кәрәкле хеҙмәттәр алыуы мөмкин.
Хөкүмәттә билдәләүҙәренсә, субсидиялар бүлеү эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеүҙең ғәмәлдәге инструменттарын киңәйтергә һәм илдең бөтә төбәктәренә үҙ бизнесын асырға ниәтләгән СВО яугирҙәренә ярҙам программаһын масштабларға мөмкинлек бирәсәк.
«Ресурстар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ секторына күберәк инициативалы граждандарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирер, тип ышанам, улар етештереү өлкәһендә, шул иҫәптән алдынғы һәм технологик изделиелар, шулай уҡ сервис өлкәһендә яңы перспективалы проекттар булдырыр, был иҡтисадыбыҙҙы урта һәм оҙайлы перспективала нығытыуға булышлыҡ итер», - ти Рәсәйҙең Премьер-министры Михаил Мишустин.
Төбәктәргә субсидиялар «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты составына ингән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» проекты сиктәрендә бүленә.
Башҡортостандағы «Минең бизнес» үҙәге эшҡыуарлыҡ буйынса төбәк агентлығы структураһына инә. Ул өс бүлектән һәм 13 муниципалитет офистарынан тора. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылда үҙәк 12 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәткән һәм бизнесҡа ярҙам итеү өсөн 239 сара үткәргән.
- Илдә бизнестың милеккә, активтарға һәм яңы инвестицияларына тейелгеһеҙлек гарантияһы булырға тейеш. Был дәүләт өсөндә, бизнес өлкәһендә эшләүсе миллионлаған кеше өсөндә мөһим. Бөтә кимәлдәге власть эшҡыуарлыҡ мөхитенә булышлыҡ итергә тейеш. Сөнки улар эш урындары булдыра, кешеләрҙе эш һәм эш хаҡы менән тәьмин итә, ти Владимир Путин.