

Конкурсинновацияларға булышлыҡ итеү фонды тарафынан 2022 йылдан алып уҙғарыла. Рәсәй буйынса бизнес-проекттар конкурсында бөтәһе 2,5 мең студент, ординатор һәм аспирант еңеүсе булған.Бынан тыш, тағы 11 илдән, шул иҫәптән Мысыр, Сүриә һәм Һиндостандан еңеүселәр бар.
"Студент стартапы" конкурсы ярҙамында быйыл 2,5 мең студент, ординатор һәм аспирант үҙ бизнес-проекттарын тормошҡа ашырыуға 1 миллион һумлыҡ грант аласаҡ. Уларҙың һәр икенсеһе технологик лидерлыҡтың милли проекттарының бер өлкәһенә арналған", - тине вице-премьер.
Тәҡдим ителгән еңеүселәр һаны буйынса Мәскәү, Татарстан, Санкт-Петербург, Башҡортостан һәм Ставрополь вуздары лидер булған. Топ-10-ға шулай уҡ Томск, Новосибирск, Һамар өлкәләре, Пермь крайы һәм Ростов өлкәһе вуздары инә. Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков һүҙҙәренсә, быйыл конкурс рәсәйҙең 75 төбәген, 320-нән ашыу университетын һәм ғилми ойошмаһын үҙ эсенә алған. "Еңеүселәр араһында алдынғы инженерлыҡ мәктәптәре уҡыусылары һәм йәштәр лабораторияларында эшләүселәр бар. Илебеҙҙә үҙ — ара бәйләнгән таланттарға ярҙам итеү экосистемаһының формалашыуын һәм эшләүен күрәбеҙ», - тип билдәләй министр.
Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды директоры Андрей Жижин хәбәр итеүенсә, быйыл конкурсҡа 11,6 меңдән ашыу ғариза килгән. Еңеүсе проекттарҙың күбеһе цифрлы технологияларға, ижади индустрияларға һәм биотехнологияларға арналған. Конкурсҡа бөтәһе ете тематик йүнәлеш буйынса ғаризалар ҡабул ителгән. Шулай уҡ фонд ғаризаларҙың өҫтәмә исемлеген әҙерләгән, уға аҡса табылһа, ярҙам итәсәк проекттар ингән. Был исемлектә бөтәһе 500 проект, шул иҫәптән Башҡортостандан 22 проект бар.