Йәмғиәт
12 Сентябрь 2025, 10:57

«Башҡорт аты — милләт ҡото, ғорурлығы халҡымдың!»

Баймаҡ районының Граф күле буйында дүртенсе тапҡыр ойошторолған халыҡ-ара статусҡа эйә «Башҡорт аты» этно-мәҙәни фестивалендә Ҡытай, Кувейт, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Көньяҡ Африка Республикаһы, Камерун, Марокко, Конго Демократик Республикаһы, Ангола, Замбия, Мысыр, Гана, Куба, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандан, шулай уҡ илебеҙҙең 12 төбәгенән йылҡысылар, эшҡыуарҙар, ғалимдар, спортсылар ҡатнашты.

«Башҡорт аты — милләт ҡото, ғорурлығы халҡымдың!»«Башҡорт аты — милләт ҡото, ғорурлығы халҡымдың!»
«Башҡорт аты — милләт ҡото, ғорурлығы халҡымдың!»

Аттар парады
«Башҡорт аты» фестивале йола буйынса Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән спортсылар ҡатнашлығында һыбай йөрөү элементтарын виртуоз башҡарыуы менән таң ҡалдырған джигитовка буйынса шоуҙан башланып китте. Сағыу театрлаштырылған тамашала «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосынан күренештәр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы осоро тарихынан өҙөктәр күһәтелде. Миәкә районының Илсеғол ауылынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре менән бергә Дондан Эльба йылғаһына тиклем юл үткән айғырҙың тарихы йәнләнде. Был сараға Өфө, Сибай, Баймаҡ һәм Учалы райондарынан 200-ҙән ашыу ижади коллективтар артистары, Түбәнге Новгородтан «Станица вольная» ат клубы төркөмө йәлеп ителде.

«Башҡорт аты — республикабыҙҙың мөһим символдарының береһе, ә «Башҡорт аты» фестивале — Баймаҡ районының һәм төбәктең визит карточкаһы. Быйыл фестивалгә 12 төбәктән һәм 17 илдән ҡатнашыусылар килде, йәмғеһе 21 меңдән ашыу ҡунаҡ. Бик матур байрам булды», — тип яҙып сыҡты үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Унан майҙандан ат парады үтте. «Башҡорт аты» фестиваленә нәҡ аттар парадын ҡарар өсөн килгәндәр ҙә бар. Был сағыу, һоҡландырғыс тамашаны тулҡынланыуһыҙ күҙәтеү мөмкин түгелдер. Байрам яланына тауҙар араһынан биш йөҙләгән һыбайлының килеп төшөүе күңелдәрҙе дәртләндерә, рухландыра. Һәр райондан төрлө осорҙағы башҡорт яугирҙарын һынландырған һыбайлыларҙың тантаналы маршы быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ бөгөн Рәсәй мәнфәғәттәрен һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған махсус хәрби операция яугирҙәренә арналды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров:
«Дүртенсе тапҡыр үткән «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале фәнде, мәҙәниәтте һәм: башҡорт аты патент менән яҡланған, махсус булдырылған «Башҡорт аты» ғилми-тикшеренеү институты был боронғо тоҡомдо һаҡлау һәм үҫтереү өҫтөндә эш алып бара.
Тап ошондай тырышлыҡ арҡаһында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале быуындар күсәгилешлегенең символына әүерелде һәм милли мәҙәниәтте һаҡлау өсөн яуаплылығыбыҙҙы раҫланы. Башҡорт аттары —  рух көсө, тәбиғи матурлыҡ һәм тамырҙарыбыҙға айырым хөрмәт символы ла. Беҙ был уникаль байлыҡты һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға бурыслыбыҙ». 

Башҡорт тоҡомло аттар парадында республиканың 25 районынан 500-гә яҡын ат ҡатнашты. Ат парады йомғаҡтары буйынса иң-иңдәр рәтенә инмәһәләр ҙә, 76 аттан һәм һыбайлыларҙан торған Әбйәлил делегацияһы ла лайыҡлы сығыш яһаны.
Ат парадында призлы урындарҙы Ейәнсура, Ишембай, Мәләүез һәм Ауырғазы райондарының һыбайлылары һәм аттары алды һәм иң яҡшы ҡатнашыусылар булараҡ, бүләкләнделәр.

«Башҡорт аты — Башҡортостан бренды»
Фестивалдә «Башҡорт аты — Башҡортостан бренды» исемле доку-менталь фильмдан өҙөктөң презентацияһы үтте. Был проект Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Фильм башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә «Башҡорт аты» брендын үҫтереүгә, төбәктә туризмды һәм башҡорт мәҙәниәтен сит илдәрҙә популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк тип фаразлана.
Фильмды йылҡысылыҡ традициялары айырыуса һаҡланып ҡалған Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында һәм Өфө ҡалаһында төшөргәндәр. Фильмды төшөрөүҙә йылҡысылар, ғалимдар, ҡымыҙ эшләүселәр, тире оҫталары, ат ярыштары спортсылары ҡатнашҡан. Тәбиғәтебеҙҙең хозурлығы, билдәле башҡорт аты һәм башҡорт теле лә фильмдың «геройҙары» итеп күрһәтелә. Фильмда шифалы ҡымыҙ әҙерләү серҙәре менән танышырға була, ат спортына ла ҙур урын бирелгән.
Документаль фильм тамашасыларҙы үҙенсәлекле башҡорт аты менән таныштырыуҙан тыш, профилле уҡыу йорттары студенттары, йәш белгестәр, йылҡысылыҡ һәм башҡорт йолалары менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн дидактик материалға әүерелергә тейеш.

«Башҡорт аты — милләт ҡото, ғорурлығы халҡымдың!»
«Башҡорт аты — милләт ҡото, ғорурлығы халҡымдың!»
«Башҡорт аты — милләт ҡото, ғорурлығы халҡымдың!»
«Башҡорт аты — милләт ҡото, ғорурлығы халҡымдың!»
«Башҡорт аты — милләт ҡото, ғорурлығы халҡымдың!»
«Башҡорт аты — милләт ҡото, ғорурлығы халҡымдың!»
«Башҡорт аты — милләт ҡото, ғорурлығы халҡымдың!»
«Башҡорт аты — милләт ҡото, ғорурлығы халҡымдың!»
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас