

— Яңы объект Асҡар ауылы халҡына сифатлы тауарҙар алыу һәм хеҙмәттәр менән ҡулланыу мөмкинлегенән тыш, мөһим социаль үҙәккә әүереләсәк, эшҡыуарҙар өсөн уңайлы мөхит һәм яңы эш урындары булдырасаҡ, - тип һөйләне Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Василий Таболин.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
— Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны йылдан-йыл арта. 2024 йылда ул 142 мең самаһы тәшкил итте. Республикала үҙмәшғүлдәр һаны бер йылда 41,3 процентҡа артҡан, хәҙер улар 263 мең самаһы. Бынан тыш, Башҡортостанда 618 социаль эшҡыуар эшләй, был йәһәттән республика Рәсәй субъекттары араһында алдынғы урында. Бизнес - ул яңы эш урындары, бюджетҡа һалымдар, инвестициялар. Бөгөн Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларында 600 меңгә яҡын кеше эшләй. Республика бюджетына һалым керемдәре 22 миллиард һум тәшкил итте.
2025 йылға республиканың төп бурысы – эшҡыуарлыҡҡа артабан ярҙам итеү һәм уны үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын арттырыу, бизнес һәм власть диалогы өсөн шарттар булдырыу. Ағымдағы йылда төбәк лизинг компанияһы һәм гарантия фонды активтарын арттырыу, эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү һәм инвесторҙар эҙләү буйынса бизнес-шерифтарҙың эше әүҙемләштереләсәк.
Дөйөм майҙаны 960 квадрат метрлыҡ яңы күп функциялы комплекс кафе һәм сауҙа майҙандарын үҙ эсенә аласаҡ. Объект Әбйәлил районының Асҡар ауылында урынлашасаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты 2025 йылдан 2030 йылға тиклемге осорға планлаштырылған.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк, проект Башҡортостан Республикаһының Инвестиция комитеты ултырышында ҡаралды һәм республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде.
«Урал аръяғы-2025» инвестиция һабантуйында беҙҙең районға ҡағылышлы булған тағы бер проект тикшерелде. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев «Геологик разведкала дәүләт стратегияһы: ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу һәм милли мәнфәғәттәр балансы» сессияһында доклад менән сығыш яһаны. Таһир Тимербай улы геологик разведка эштәренән һуң запастар раҫланған осраҡта тормошҡа ашырыласаҡ перспективалы проект тураһында һөйләне. Проект үҙенең ресурстары менән потенциаль партнерҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уятты.
Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев:
— Сибайҙа VII «Урал Аръяғы-2025» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында беҙҙең райондың киләсәге өсөн мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды. «Башмаркет» компанияһы (директоры Лилиә Ғәскәрова) менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, тиҙҙән Асҡарҙа заманса сауҙа-сервис комплексы төҙөлә башлаясаҡ. Инвестициялар 30 миллион һум тәшкил итәсәк. Беренсе ҡатта кафе һәм магазиндар, икенсеһендә төҙөлөш тауарҙары супермаркеты урынлашасаҡ. Был ҙур сауҙа комплексы урындағы халыҡты 27 яңы эш урыны менән тәьмин итәсәк. Көндәлек кәрәкле бөтә тауарҙарҙы бер урындан һатып алыу мөмкинлеге бик уңайлы. Проект өҫтөнлөклө статус алды, ә был республиканан ярҙам һәм һалым ташламалары тигән һүҙ. Беҙҙең бурыс — комплекс өсөн ер участкаһы бүлеүҙә ярҙам итеү.