

Күп фатирлы йорттар йылытыу миҙгеленә йөҙ процент әҙер. Ағымдағы көнгә бөтә муниципаль берәмектәр ҡышҡа әҙерлек паспорттарын алған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, ғәҙәттә, йылытыу миҙгеле 5 көн рәттән уртаса һауа температураһы +8 градустан түбән булһа башлана, тип иҫкә төшөрә. Йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарарҙы муниципалитет ҡабул итә, хакимиәттең тейешле ҡарары сыға һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалар йылылыҡ бирә башлай. Тәү сиратта йылылыҡ социаль учреждениеларға, һуңынан торлаҡ йорттарға бирелә, һуңғы сиратта сәнәғәт биналары тоташтырыла. Йылытыу өсөн түләүгә килгәндә, әгәр күп фатирлы йорт йылылыҡ энергияһын иҫәпкә алыуҙың дөйөм йорт приборы менән йыһазландырылған булһа, «Йылытыу» коммуналь хеҙмәте өсөн түләү ошо ресурсты ҡулланыу факты буйынса тарифҡа ярашлы билдәләнә.