

2036 йылға тиклем илдең транспорт, энергетика, телекоммуникация, социаль һәм башҡа инфраструктураһын үҫтереүҙең комплекслы планы буйынса фекер алышыу үткәрелгән. Төп доклад менән Төҙөлөш һәм төбәк үҫеше мәсьәләләре өсөн яуаплы Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин сығыш яһаны.
Белеүебеҙсә, 2025 йылдың ғинуарынан Рәсәйҙә “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты старт алды, ул рәсәй тораҡ пункттарын үҫтереүгә - торлаҡ, юлдар, йәмәғәт киңлектәрен, коммуналь һәм социаль инфраструктураны төҙөүгә һәм ремонтлауға, шулай уҡ йәмәғәт транспортын модернизациялауға йүнәлтелгән.
Проекттың өс йылға иҫәпләнгән бюджеты яҡынса 4 триллион һум тәшкил итә, ул 12 федераль йүнәлеште үҙ эсенә ала, улар араһында инфраструктураны үҫтереү һәм модернизациялау, транспорт селтәрен төҙөү һәм яҡшыртыу. Путин инфраструктураның граждандарҙың йәшәү сифатына һәм иҡтисадҡа туранан-тура йоғонто яһауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 105 ҡала агломерацияһындағы төбәк юлдарының яртыһынан ашыуы һәм юл селтәренең 85 проценты норматив хәлдә, тип хәбәр итте Президент. Бынан алда, Премьер-министр Михаил Мишустин урам-юл селтәрен үҫтереү буйынса планды раҫлағайны. Вице-премьер Хөснуллин һүҙҙәренсә, 81 миллион квадрат метрҙан ашыу юл япмаһы һалынған, был йыллыҡ пландың 54 процентын тәшкил итә. Проекттың төп бурысы — темптарҙы юғалтмау, инфраструктураны һөҙөмтәле үҫтереү, төбәктәрҙең бәйләнешен нығытыу һәм иҡтисади әүҙемлекте дәртләндереү.