

”Информтехника” ЯСЙ-һы үҙ иҫәбенә төҙөгән ғаилә менән ял итеү өсөн һәм Башҡортостандың милли мираҫын популярлаштырыу маҡсатында төҙөлгән парк ял итеүселәрҙе үҙенең заманса булыуы менән йәлеп итә.
Әлеге ваҡытта парк территорияһында күҙәтеү башнялары менән инеү урыны эшләнгән, биләмә тулыһынса кәртәләп алынған, тирмә-кафелар эшләп тора, быуала форель, карп һәм осетр үрсетелә. Мәмерйәле шарлауыҡтары һәм Урал батыр скульптураһы, ял итеү зонаһы менән фонтан янында ял итергә килеүселәр һәм фото төшөүселәр күп.
Уйын ҡорамалдары һәм төрлө фигуралар ҡуйылған, резина япма ябылған балалар майҙансығы әҙер.
Биләмәлә ҡуйылған бер нисә бәләкәй тирмәсәктәрҙә шешлек ҡурып, ял итеү мөмкинлеге бар.
Кафела туй үткәргәндәргә никахты күсмә теркәү өсөн матур урын булдырылған.
Әле төҙөлөш дауам итә, биләмәне төҙөкләндереү ҙә лә плоандары күп эшҡыуарҙың. Урман эсендә бөтә уңайлыҡтары менән ял итеү өсөн глэмпинг төҙөлөү өҫтөндә, ул тиҙҙән ҡунаҡтар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ.
Киләсәктә күтәргесе менән тау саңғыһы үҙәген, тюбингтар өсөн йыһазландырылған трассаны, Ҡырҡтытау һырты буйлап туристик маршрут булдырыу һәм әүҙем ял өсөн башҡа бик эштәр башҡарыу планлаштырыла.
Яңы объект ҙур туристик ағымды йәлеп итер, тигән ышаныс белдерҙе министр урынбаҫары һәм паркты артабан үҫьтереүҙә мөмкин тиклем ярҙам вәғәҙә итте.