Йәмғиәт
25 Сентябрь 2025, 03:45

Башҡортостанда ун район ауылдарында мобиль элемтә булдырылды

Булдырылған бәйләнеш менән республиканың төрлө райондарының бәләкәй ауылдарында йәшәүсе 6 меңдән ашыу халҡы ҡуллана ала. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Башҡортостанда ун район ауылдарында мобиль элемтә булдырылдыБашҡортостанда ун район ауылдарында мобиль элемтә булдырылды
Башҡортостанда ун район ауылдарында мобиль элемтә булдырылды

Ағымдағы йылда эре операторҙарҙың береһе Учалы, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Борай, Шаран, Благовещен, Ҡалтасы, Мишкә, Мәсетле райондарында база станцияларын урынлаштырҙы.

     "Сифатлы бәйләнеш һәм интернет менән Ҡариҙел районының 170 — тән ашыу кеше йәшәгән Круш ауылы, туристар араһында популяр булған Белорет районы Егәҙе ауылы ла ҡапланған», — ти оператор хеҙмәткәрҙәре. Тиҙлекле интернет 100-500 кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа булдырылған. Дөйөм алғанда, селтәргә 6 меңдән ашыу кеше инә ала. Эш дәүләт ярҙамы менән «Цифрлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» программаһы сиктәрендә алып барыла. Быйыл исемлек киңәйтелгән, хәҙер унда 100-1000 кеше йәшәгән 1962 тораҡ пункт бар.

     Төбәктә элемтә һәм интернет селтәрҙәрен үҫтереү «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең цифрлы трансформацияһы» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас