

"НДС-ты арттырыу, ул, һис шикһеҙ, иҡтисади үҫешкә йоғонто яһаясаҡ <...> был төп ставка менән бәйле макроиҡтисади мәсьәләләр буйынса ҡарар ҡабул иткәндә үҙәк банкҡа ла, бюджет сығымдары буйынса Хөкүмәткә лә яҡшыраҡ баланс табырға, төп [макроиҡтисади] параметрҙарҙы һаҡлап ҡалырға һәм [иҡтисадты] артабан үҫтереү өсөн шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк», — тине ул.
Өҫтәмә хаҡҡа һалымды арттырыуға бәйле «беҙҙә күләгәле иҡтисадтың күләме артмауы мөһим», - тип өҫтәне Президент.
24 сентябрҙә Финанс министрлығы киләһе йылда НДС-ты арттырыу пландары тураһында хәбәр иткәйне. Хәҙер был һалымдың ставкаһы 20 процент тәшкил итә. Льготалы ставка бөтә социаль әһәмиәтле тауарҙарға, аҙыҡ — түлеккә (ит, һөт, йомортҡа, үҫемлек майы, икмәк, ярма һ. б.), дарыуҙар һәм медицина продукцияһына, балалар өсөн тауарҙарға һ. б. өсөн 10 процент көйө һаҡланасаҡ. НДС ставкаһының артыуы арҡаһында бюджетҡа ингән өҫтәмә керемдәр, оборона һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йүнәлтеләсәк.