

"Урманды һаҡлайыҡ" акцияһы сиктәрендә Ярлыҡап ауылы янында 2 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Изге эштә «Әбйәлил урман хужалығы», БР-ҙың «Урмансылыҡ менән идара итеү» учреждениелары, район хакимиәте коллективтары һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Илнур Ҡарабулатов ҡатнашты. Үҫентеләр нығынып үҫһендәр һәм киләсәктә ауыл янында ҡарағай урманы шаулар тип ышанайыҡ.