

Закон проекты бюджет пакетына ингән һәм 2026-2028 йылдарға федераль бюджет проекты менән бер үк ваҡытта ҡаралған.
Уға ярашлы, 2026 йылдың 1 ғинуарынан айына 27 093 һум күләмендә минималь эш хаҡы күләмен билдәләү планлаштырыла. Шулай итеп, киләһе йылда минималь эш хаҡы күләме 20 проценттан ашыуға артасаҡ тип күҙаллана.
Был сара 4,5 миллион кешенең эш хаҡын арттырыуға булышлыҡ итәсәк.