Йәмғиәт
23 Октябрь 2025, 11:50

Ғаилә сәйәсәтенә бәйле Совет үткән

Донъяның күп илдәрендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, тыуымдың кәмеүе хәҙерге замандың глобаль кире күренеше, тип белдергән  РФ Президенты Владимир Путин демографик һәм ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Совет ултырышында. #ВладимирПутин

Ғаилә сәйәсәтенә бәйле Совет үткәнҒаилә сәйәсәтенә бәйле Совет үткән
Ғаилә сәйәсәтенә бәйле Совет үткән

«Хәҙерге донъяла тыуымдың кәмеүе глобаль тенденция һәм глобаль саҡырыу. Был Рәсәй өсөндә,” - тигән Путин.

Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә 2030 йылға тиклем эшкә һәләтле халыҡ һаны кәмеүе көтөлә.

Дәүләт думаһы спикеры Вячеслав Володин министрҙарҙы һәм депутаттарҙы «күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә» һәм демографияға ҡағылышлы башланғыстар өҫтөндә әүҙемерәк эшләргә саҡырған.

        Башҡортостан ҡалаларында тыуымдың дөйөм коэффициенты 2024 йылда 1,223 булһа, 2020 йылда-1,311 булған. Ауыл ерендә күрһәткес элеккесә юғары, әммә ул һиҙелерлек тиҙ темптар менән кәмей: 2020 йылда 1,946 булһа, 2024 йылда 1,631-гә тиң. Башҡортостанда кәмеү динамикаһын иҫәпкә алып, ауыл ерендә икенсе һәм артабанғы балаларҙың тыуыуына ярҙам сараларын әүҙем индереү талап ителә, шул иҫәптән ҡатын — ҡыҙҙар консультациялары селтәрен киңәйтеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу иҫәбенә бала табырға ниәтләгән ғаиләләргә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген тәьмин итеү юлы менән", - тип һанай Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас