

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың мартында райондағы күп балалы Исламғоловтар ғаиләһенең йорто янып китә. Ауыр йәрәхәттәр менән реанимацияға өс бәләкәй ҡыҙ һәм уларҙың алты айлыҡ йөклө әсәһе эләгә. Янғын ваҡытында ғаилә башлығы вахтала эштә була, фажиғә тураһында ишеткәс тә ҡайтып етә.
Әсә һәм балалар, көслө шартлау тауышын ишетеп, урамға сығырға ынтыла. Әммә ут шул тиклем тиҙ тарала, бөтәһе лә ныҡ зыян күрә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғын плитәнән башланған. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, йорт тулыһынса янып бөткән була.
Бөтәһе лә өсөнсө дәрәжә тән йәрәхәттәре ала. Ут балаларҙың береһенең һаулығына ҙур зыян килтерә.
Бәләгә тарыған Исламғоловтарға шунда уҡ ике туған апай-һеңлеләре һәм туғандары ярҙамға ашыға, район халҡы яңы торлаҡҡа аҡсалата ярҙам итә. Ғаилә бер йыл эсендә көнкүрешен яйға һала.
«Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтигәрәев, хәлде ишеткәс тә, бәләгә тарыған Исламғоловтарға компания исеменән ярҙам ҡулы һуҙғайны.
Ошо көндәрҙә компания тағы ла был ғаиләгә ярҙам итеп, ҡыҙҙы ҡабаттан доктор Волкованың Екатеринбургтағы реабилитация үҙәгенә ебәргән. Унда төрлө йәрәхәттәрҙән һәм ауырыуҙарҙан һуң кешеләрҙе аяҡҡа баҫтырыу буйынса ҙур тәжрибәгә эйә белгестәр эшләй.
“Доктор Волкованың реабилитация үҙәге белгестәре был сабыйға тулыһынса тән хәрәкәттәрен тергеҙергә ярҙам итеренә ышанабыҙ,” – ти компания етәксеһе Таһир Бәхтигәрәев.
Бөгөн табиптар һәм" Салауат " ЯСЙ-һы ярҙамы менән ҡыҙ йөрөй ала. Июнь айында, реабилитацияның тәүге курсын үткәндән һуң, Нурзилә ходуноктар ярҙамында хәрәкәт итә алды, һаҡ ҡына тәүге аҙымдарын яһаны. Әле ул өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе нығытыу өсөн реабилитацияның икенсе курсын үтә. Хәҙер уға ходуноктар кәрәкмәй, ҡыҙ йүгереп йөрөй һәм хатта бейей ҙә.
–Бында миңә бик оҡшай, сөнки күнекмәләр яһарға, һикерергә, уйнарға мөмкин. Тик һеңлеләремде һәм әсәйемде һағынам, - ти Нурзилә.
Хәҙер тырыш ҡыҙ швед стенаһына менеп, төрлө күнегеүҙәр башҡара, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтә
-- Нурзилә башҡа ауырыуҙарҙы ла дәртләндереп тора – бүлектең яратҡан ҡыҙы булып китте ул. Клиника өсөн ҡыҙ ысын ғорурлыҡҡа әйләнде, - тип һөйләй Екатеринбург клиникаһының баш табибы Ирина Волкова.
Барыһы өсөн дә Өфө табиптарына, Екатеринбург реабилитация үҙәге, һәм әлбәттә, дауаланыу курстарын үткәреүгә ярҙам иткән "Салауат" ЯСЙ-һы оло ихтирамға лайыҡ. Нурзиләгә ныҡлыҡ, рух көсө теләп ҡалабыҙ.
Гөлнара Шакирова.